- Последний пост
- 14 февр.
- Последнее чтение
- 15 авг.
- Постов за неделю
- 0
- Всего постов
- 23
- Тип
- открытый
- Язык
- казахский
- В каталоге с
- 12 авг.
- 1/24сутки в ленте
- —
- 1/48двое суток
- —
- 1/72трое суток
- —
Оценка по просмотрам недавних постов: пост набирает почти всё за первые сутки.
Посты
Хәйерле көн, дуҫтар! Беҙ - Әбйәлил районы Хәлил ауылының 1-се класс уҡыусылары. Бөтәбеҙ ҙә ,,Аҡбуҙат"ҡа яҙылдыҡ! Бергәләп журнал менән танышабыҙ. "Урал батыр" эпосы менән танышыуҙы дауам итеп, һүрәттәрен ентекләп ҡарап сыҡтыҡ. Хәрефтәр өйрәнеүҙә дәрестә лә ҡулланабыҙ. Журнал бик ҡыҙыҡ, тәрбиәүи йәһәттән кәрәкле. Яҡшы эстәлекле журнал өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!
12 февраль - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө! Уның тыуыуына - 94 йыл! Кисә генә һөйөнөслө хәбәр билдәле булғайны: Башҡортостан республикаһы яҙыусылар Союзы идараһы ҡарары менән награда — Рәми Ғарипов миҙалы булдырылды! Бик ҡыуаныслы, мәртәбәле яңылыҡ был! Тыуған көнөң менән, бөйөк Шағир! Гөлнәзирә Тайсина башҡарыуында - Рәми Ғариповтың "Шоколад" шиғыры✨
✨ Афарин, Айгиз! ✨ Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан 7-се класс уҡыусыһы Айгиз Ғәлиуллин МХО-лағы яугирҙәребеҙ файҙаһына үҙ теләге менән өр-яңы мотоциклын тапшырған. ✨"Тимер атын" аласаҡ батыр һалдатҡа хат та яҙып һалған. ✨Изге йөрәкле малайға "афарин!" тиергә генә ҡала. Бына был исмаһам ысын ир-егеттәрсә ғәмәл. Сығанаҡ: "Осҡон" гәзитенән. 📌Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!
Тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр 💥 Сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/khaly-izhady/2026-02-11/ti-ytkest-r-tel-t-tkest-r-4573402
Гөлшат Зыя ҡыҙы кеүек тәрбиәселәргә - афарин! Ата-әсәләрҙе һөйөндөрөп, балалар баҡсанан башҡортса йыр, шиғыр өйрәнеп ҡайтһа, бигерәк ҡыуаныс, шулай бит? Видео: Юлиә Сәғәҙәтова
#яңыкөн
"Аҡбуҙат" ҡа - 35!✨ "Аҡбуҙат" нәфис-әҙәби журналы сыға башлауға - 35 йыл! Ошо уңайҙан билдәле шәхестәр менән әңгәмәләр серияһын башлаған инек. Тәүге ҡунағыбыҙ - Башҡортостандың халыҡ шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова. Журналыбыҙҙың яҡын дуҫы, әүҙем авторы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге өсөн Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы менән, әлбиттә, балалар әҙәбиәтенә ҡағылышлы темаларға аралаштыҡ. Әңгәмәнең тулы варианты - баҫмабыҙҙың RUTUBE видеопорталындағы каналда! Беҙҙең әңгәмәләрҙе ҡарап барығыҙ, һеҙҙән һорауҙар көтөп ҡалабыҙ. Фекер алышайыҡ! Балалар әҙәбиәте, журналистикаһы, туған телебеҙҙең яҙмышы, тәрбиә ҡанундары тураһында һеҙ нимә уйлайһығыҙ? Яҙығыҙ! https://rutube.ru/video/985b99a68f6ba088b6399629a5346fcb/
#яңыкөн
#яңыкөн
"3 йәшемдә лә бар ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙемә ҡаратып ҡуя беләм, үәт!" - ти Бөрйән районы Мәһәҙей ауылынан Кәрим Ғарифуллин.
видео или голосовое, без подписи
"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаға балалар менән бик күп аралашырға, улар менән йыш ҡына осрашыуҙарҙа булырға тура килә. Әйтәйек, 2025 йылда ғына ул Башҡортостандың бар райондарын урап, балалар баҡсаларында булып сыҡты. Һәм, әлбиттә, Башҡортостан Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһын етәкләүсе булараҡ, бөгөнгө кескәйҙәрҙе нимә ҡыҙыҡһындыра, ниндәй әҫәрҙәр көтә улар яҙыусыларҙан, хәҙерге малай һәм ҡыҙҙарҙың психологияһы ниндәй - ошо һорауҙарҙы ныҡлап өйрәнергә, тикшерергә тура килә. Башҡортостан Яҙыусылар союзында үткән балалар әҙәбиәте секцияһының киңәйтелгән ултырышында Лариса Хашим ҡыҙы үҙ тәжрибәһе һәм фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Уның рәсемдәрендә тарих терелә! Кисә "Каруанһарай" ҡунаҡһанаһында Тюлькин исемендәге балалар художество мәктәбе уҡыусыһы - 15 йәшлек Сәлимә Кинйәбаеваның шәхси күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Сәлимәнең остазы - "Аҡбуҙат" журналының рәссамы Азамат Рәми улы Ғарипов. Сәлимә үҙенең һүрәттәрендә Өфөнөң элекке биналарын һүрәтләй. Был рәсемдәрҙә баш ҡалабыҙ тарихы терелә, яңынан балҡып китә кеүек. Йәш рәссамға һәм уның оҫталығын камиллаштырған, үҫтергән уҡытыусыһы - Азамат Рәми улына ижади уңыштар, бейек үрҙәр теләйбеҙ! ❗Тулыраҡ - https://akbuzat-rb.ru/news/common_material/2026-01-30/uny-r-semd-rend-tarih-terel-4556723
ТИҘӘЙТКЕСТӘР, ТЕЛ ТӨҘӘЙТКЕСТӘР Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке. Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме? Дауамы - https://akbuzat-rb.ru/news/khaly-izhady/2026-01-23/ti-ytkest-r-tel-t-ytkest-r-4547748
🔊ИҒТИБАР!!! 29 ғинуар көнө 11:00 сәғәттә Башҡортостан Яҙыусылар союзы йортонда балалар әҙәбиәте секцияһының киңәйтелгән ултырышы үтәсәк! Балалар яҙыусыларын, йәш авторҙарҙы көтөп ҡалабыҙ!
Айгиз Баймөхәмәтов повесы буйынса кино тиҙҙән донъя күрәсәк! Яҙыусы, журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡадырма, әсәй!” повесы буйынса Ҡаҙағстанда фильм төшөрөлөүе хаҡында яҙып үткәйнек инде. «Тастамашы, ана» (12+) фильмы Ҡаҙағстан кинотеатрҙарына 5 февралдән сығарыласаҡ! Кино - ҡаҙаҡ телендә. Тулыраҡ - https://akbuzat-rb.ru/news/novosti/2026-01-27/aygiz-baym-h-m-tov-povesy-buyynsa-kino-ti-n-don-ya-k-r-s-k-4552050
Батырҙан батыр тыуыр! Фотолағы матур, шәп егеттең исеме - Мырҙағәлин Саньяр Әҡсән улы. Ҡашҡаны Саньярға атаһының батырлығы өсөн бүләк итәләр... ❗Сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/care/2026-01-26/batyr-an-batyr-tyuyr-4551161
ТЕЛ ТӨҘӘТКЕСТӘР Ижектәр уйнатып, шиғыр юлдары яһау https://akbuzat-rb.ru/news/khaly-izhady/2026-01-23/tel-t-tkest-r-4547670
видео или голосовое, без подписи
Балалар яҙыусыһы өсөн тәғәйен ҡағиҙәләр бармы? Кескәйҙәр өсөн ижад иткәндә уларҙың йәш үҙенсәлектәрен, ҡала, йә ауылда йәшәүен, ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алыу мотлаҡмы? Башҡортостандың халыҡ шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова менән ошо турала ла һөйләшеп үттек. ❗️Тулыраҡ - https://akbuzat-rb.ru/news/common_material/2026-01-25/balalar-ya-yusy-y-s-n-t-yen-a-i-l-r-barmy-4549708