Аңлатабыҙ. Башҡортостан
Статистика- Последний пост
- 14 авг.
- Последнее чтение
- 15 авг.
- Постов за неделю
- 10
- Всего постов
- 240
- Тип
- открытый
- Язык
- казахский
- В каталоге с
- 12 авг.
- 1/24сутки в ленте
- 3
- 1/48двое суток
- 3
- 1/72трое суток
- 3
Оценка по просмотрам недавних постов: пост набирает почти всё за первые сутки.
Посты
Башҡортостанда яғыулыҡҡа бәйле хәл тотороҡло ҡала. Республиканың оператив штабы поставкаларҙы контролдә тота. Ете районда тотҡарлыҡтар ихтимал, шуға күрә автомобилселәргә бак бушағанын көтмәйенсә һәм, мөмкин булһа, алдан яғыулыҡ тултырырға кәңәш итәләр. Тулыраҡ мәғлүмәт – Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә тура эфирҙа үткән яғыулыҡ буйынса брифинг яҙмаһында. Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге, 14 август, 2026 йыл #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
без подписи
🎒 Баланы мәктәпкә нисек артыҡ сығымдарһыҙ әҙерләп, кәрәкле әйберҙәр генә һатып алырға: 1⃣ Класс етәксеһенән (йәки ата-әсә комитетынан) бөтә кәрәкле әйберҙәрҙең теүәл исемлеген алығыҙ. 2⃣ Өйҙә ревизия үткәрегеҙ – үткән йылдан ҡалған кәрәк-яраҡтарҙы тикшерегеҙ (дәфтәр, тышлыҡ, пенал, рюкзак). 3⃣ Акцияларҙы күҙәтегеҙ, төрлө магазин һәм маркетплейстарҙа хаҡтарҙы сағыштырығыҙ, промокодтар һәм кешбэк ҡулланығыҙ. 4⃣ Банкығыҙҙа лояльлек программалары буйынса акция бүлектәрен ҡарағыҙ – унда 1 сентябргә махсус тәҡдимдәр була. 5⃣ Мәктәп йәрминкәләрендә һатып алығыҙ – унда ғәҙәттә хаҡтар түбәнерәк һәм һайлау киңерәк. 6⃣ Башҡа ата-әсә менән коллектив һатып алыу ойоштороғоҙ – яҙыу-һыҙыу тауарҙары һәм форма йыш ҡына арзаныраҡ сыға. 7⃣ Һатып алырға ашыҡмағыҙ – август шауҡымынан һуң хаҡтар йыш ҡына түбәнәйә, бер өлөшөн сентябрҙә һатып алырға мөмкин. 8⃣ Мөмкин булһа, үҫәсәккә һатып алығыҙ һәм тауарға миҙгелле ташламалар көтөгөҙ – шулай итеп киләһе йылға әҙерләнергә мөмкин. 9⃣ Иғлан сайттарына инеп ҡарағыҙ – унда йыш ҡына үлсәме тап килмәү сәбәпле яңы (йәки яңы тиерлек) форма һәм аяҡ кейеме һатыла. 🔟 Үҙегеҙгә кәрәкмәгән әйберҙәрҙе (форма, рюкзак, дәреслектәр) йорт чатында, иғлан сайтында йәки мәктәп йәрминкәһендә һатыуға ҡуйырға мөмкин. ❗Интернетта һатып алғанда һәм һатҡанда һаҡ булығыҙ. СМС-кодтарҙы, карталарығыҙ һандарын хәбәр итмәгеҙ, сит мессенджерҙарға күсмәгеҙ, һаҡланған сервистар аша йәки шәхси осрашыуҙа иҫәпләшегеҙ. ➡ Күберәк мәғлүмәт – "Финанс мәҙәниәт" сайтында (Рәсәй банкы проекты) #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
без подписи
📲 Мутлашыусылар ялған йорт чаттарына саҡырыуҙар ебәрә – шулай итеп улар торлаҡ хужаларының шәхси мәғлүмәттәрен урларға тырыша. Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре МАКС мессенджерында ысын йорт чатын ялғанынан нисек айырырға өйрәтте. Ике мөһим билдәһе бар: 1⃣ Чат хужаһы – бот-автомодератор “Госжилстройнадзор” логотибы менән. 2⃣ Чатҡа һылтанма “Госуслуги Дом“ ҡушымтаһында бар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йорт чатына инеү – ирекле эш. Шулай уҡ ҡарағыҙ: 📌 МАКС платформаһында “Госуслуги Дом“ ҡушымтаһындағы рәсми йорт чаты ни өсөн кәрәк 📌 Йорт чаттарында мутлашыусылар нисек эш итә 📌 Мутлашыусылар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ялған түләү ҡағыҙҙары ебәрә 📌 Мутлашыусылар домофон алмаштырыу һылтауын ҡуллана #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
❗Газ еҫе - етди нәмә. Ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡала торған инструкция әҙерләнек. Өйҙә, фатирҙа йәки подъезда газ еҫен һиҙһәгеҙ, тиҙ арала түбәндәгеләрҙе эшләгеҙ: 1⃣ Тәүҙә газды ябығыҙ һәм тәҙрәләрҙе асығыҙ. Яҡшы итеп елләтергә кәрәк. 2⃣ Шунда уҡ йорттан сығығыҙ (бер минутҡа ла тотҡарланмағыҙ). 3⃣ Яҡтылыҡ ҡабыҙмағыҙ, розетка һәм һүндергестәргә теймәгеҙ. Ут тоҡандырмағыҙ һәм лифт менән ҡулланмағыҙ. Бәләкәй генә осҡон да хәүефле. 4⃣ Газ таралған бүлмәлә телефондан шылтыратмағыҙ - урамға сығығыҙ йәки күршеләргә инегеҙ. 5⃣ Авария газ хеҙмәтенә: 104 йәки 112 (кәрәҙле телефондан), 04 - стационар телефондан шылтыратығыҙ. Хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә эшләй. 6⃣ Әгәр горелка ҡапыл һүнһә (газ плитаһы, газ ҡаҙаны йәки колонкаһында, мейес эсендә) - кире тоҡандырырға ашыҡмағыҙ. Тәүгә газ килеүен туҡтатығыҙ һәм бүлмәне елләтегеҙ. Еҫ ҡалһа, тартмай икән йәки ҡорамал тоҡанмаһа - шунда уҡ белгестәрҙе саҡыртығыҙ. 7⃣ Үҙегеҙҙе ҡыйын тойһағыҙ - тиҙ арала саф һауаға сығығыҙ һәм ашығыс ярҙам саҡыртығыҙ. 8⃣ Урамда газдың осоп сығып тороуын һиҙһәгеҙ, шулай уҡ авария хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Операторға теүәл адрес һәм аңлайышлы ориентирҙы хәбәр итегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, уяу булығыҙ. Ошо материалды әҙерләргә ярҙам иткән "Газпром газ тәғәйенләү Өфө" белгестәренә рәхмәт еткерәбеҙ #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
👰🏻 Кейәүгә сыҡтығыҙмы? Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы белгестәре автомобилгә ниндәй документтарҙы һәм ҡасанға тиклем алмаштырырға кәрәк булыуы тураһында һөйләне. Яҡшы яңылыҡ: фамилияны үҙгәрткән өсөн водитель таныҡлығын алмаштырғанда медицина белешмәһе кәрәк түгел. Бына нимә эшләргә кәрәк: ❶ Водитель таныҡлығы. Беренсе тапҡыр юлға сығырҙан алда алмаштырығыҙ, сөнки яңы паспорт алғандан һуң элекке фамилияға теркәлгән таныҡлыҡ менән йөрөргә ярамай. Ғаризаны Дәүләт автоинспекцияһы йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша яҙырға мөмкин. Дәүләт пошлинаһы: 4000 һум. Кәрәкле документтар: яңы паспорт, никах таныҡлығы, иҫке водитель таныҡлығы. ❷ Транспорт сараһын теркәү тураһында таныҡлыҡ (СТС) һәм транспорт сараһының паспорты (ПТС). Фамилияны үҙгәрткәндән һуң 10 көн эсендә алмаштырығыҙ (яңы паспорт алғандан һуң). Быны Дәүләт автоинспекцияһы йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә эшләргә була. Дәүләт пошлинаһы: 2025 һум - ҡағыҙ ПТС, 1500 һум - электрон. Бының өсөн кәрәк: яңы паспорт, никах таныҡлығы, элекке СТС, ПТС (ҡағыҙ булһа). ❸ Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау (ОСАГО) полисы. Яңы паспорт һәм транспорт сараһын теркәү тураһында таныҡлыҡ алғас та яңыртығыҙ - полистағы мәғлүмәттәр яңы документтар менән тап килергә тейеш. Үҙгәрештәрҙе страховка компанияһы офисында, сайтында йәки ҡушымта аша индерергә була. Мөһим. Һеҙ Дәүләт автоинспекцияһының теләһә ниндәй бүлексәһенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ - ҡайҙа теркәлеүегеҙ мөһим түгел. Һаҡлап ҡуйығыҙ һәм береһе лә документтарын ваҡытында алмаштырырға онотмаһын өсөн әхирәттәрегеҙ менән бүлешегеҙ. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып ҡотҡарыусылар сапбордта йөҙгәндә бәләгә тарыған 37 ял итеүсегә ярҙам иткән. Улар араһында 14 бала. Сапта йөрөү – һыуҙа ваҡыт үткәреү өсөн бик яҡшы ысул, әммә бындай ял һаҡлыҡ талап итә. Мотлаҡ ҡотҡарыу жилетын кейегеҙ, страховка тросын ҡулланығыҙ һәм судноларға яҡынлашмағыҙ. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Илгиз Фәррәхов төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында һөйләне. Кәңәштәр Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә тура эфирҙа үткән брифингта яңғыраны. Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге, 12 август, 2026 йыл. 🔗 Эфир тулыһынса #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
♻ Ағас ботаҡтары, япраҡ, үлән һәм башҡа үҫемлек ҡалдыҡтарын ҡайҙа итергә? Уларҙы ғәҙәттәге ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу контейнерына ташларға ярамай. Үҫемлек ҡалдыҡтарын айырым утилләштереү зарур. Бер нисә төрө бар: компост яһау (бер урынға өйөп йәки махсус тартмаларға һалып) – ул тәғиби ашламаға әйләнә, айырым сығарыуға заказ биреү йәки махсус майҙансыҡҡа алып барыу (адресын район хакимиәтендә аныҡларға мөмкин). Үҙ участкағыҙҙа яндырырға ла мөмкин, тик янғынға ҡаршы махсус режим булмағанда һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәп. Тулыраҡ мәғлүмәт – «Аңлатабыҙ. Башҡортостан»дың яңы сығарылышында. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
🌾 Гектарынан 120 центнер – Башҡорт аграр университеты баҫыуҙарында 2026 йылда ошондай рекорд ҡуйылды. Был һан ғына түгел, ә республиканың ауыл хужалығы өсөн яңы ҡаҙаныш. Бындай һөҙөмтәне «Щёлково Агрохим»дан алынған ужым бойҙайының яңы – «Ермоловка» сорты бирҙе. Аграрийҙар сорт мөмкинлектәрен юғары баһалаған – бер нисә хужалыҡ уны һатып алыуға ғариза биргән. Республикала бөтәһе 37 орлоҡсолоҡ хужалығы бар, улар яңы сорттар үрсетеү һәм үҙләштереү менән шөғөлләнә. Селекция үҫеше тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә тура эфирҙа үткән брифингта. Эфирҙа – Ирек Сураҡов, Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге, 11 август, 2026 йыл. 🔗 Брифинг тулыһынса #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
Йортоғоҙҙа газ плитаһы, колонка йәки йылытыу ҡаҙаны булһа – был мәғлүмәт һеҙҙең өсөн. Башҡортостанда фатир һәм шәхси йорттарҙа газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү өсөн түләү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Хәҙер был төр түләү тарифтарын дәүләт раҫлай, ә элек ошо ҡормалдарҙы хеҙмәтләндереүсе ойошма билдәләгән. Теүәл берҙәм ставкаларҙы республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡуя. Был иҫәп-хисаптарға аныҡлыҡ индерҙе. Берҙәм ҡараш һәм дәүләт контроле хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуына юл ҡуймаҫҡа ярҙам итәсәк. Әле дәүләт комитеты норматив база, иҫәпләү механизмдарын әҙерләй һәм кәрәкле ғәмәлдәрҙе атҡара. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт – һылтанма буйынса. Хеҙмәтләндереү ваҡыты үҙгәрәме? Юҡ, график элеккесә ҡала. Килешеүҙе яңынан төҙөргә кәрәкме? Ғәҙәттә, кәрәкмәй – шарттар автоматик рәүештә яңыртылырға тейеш (әммә хеҙмәтләндереүсе ойошманан белешеүегеҙ хәйерле). Мөһим. Түләү ҡағиҙәләрен үҙгәртеү техник хеҙмәтләндереүҙең сифаты менән мотлаҡлығында сағылмай. Газ ҡорамалдарын даими тикшереп тороу – тәү сиратта ғаиләгеҙҙең именлеге. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
🌳🚕 Әгәр ҙә машинағыҙ өҫтөнә ағас ҡолаһа. Автоһәүәҫкәргә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм бының өсөн яуаплылыҡ кем иңендә? Ошо һорауҙарға яуаптар – брифингта. Ул Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә тура эфирҙа үтте. Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге, 10 август, 2026 йыл. 🔗 Брифинг тулыһынса #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
⚡ Йәшенле миҙгелгә нисек әҙерләнәләр? Ни өсөн йәшен йәшнәгәндә ут емелдәй? Һорауҙарға Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһының йәмәғәтселек менән элемтә бүлеге етәксеһе Марат Бикбаев БЮТ каналы һәм Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә тура эфирҙа үткән брифингта яуап бирҙе. Апрелдә энергетиктар йәшенһаҡлағыс сымдарын ергә тоташтырып бөтә автоматиканы тикшерә. Миҙгел башына селтәрҙәр йәшен һуғыуға әҙер була. Йәшен йәшнәгәндә һаҡ ҡабына – автоматика линияны 12 секундҡа һүндереп, кире ҡабыҙа. Һүндереү 1-2 минут дауам иткән осраҡта – диспетчер ҡабыҙа. Икеһе лә ғәҙәти хәл. Автоматика етди өҙөклөктәрҙең 96 процентына юл ҡуймай. Ҡыҫҡа ваҡытлы емелдәүҙәр – һаҡ системаһына хас ғәмәл. Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге, 2026 йыл, 10 август. 🔗 Брифинг тулыһынса #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
Картағыҙға йә аҡса күсереүгә сик ҡуйҙылармы? Ни өсөн шулай килеп сыҡҡанын һәм нимә эшләргә кәрәклеген тикшерәбеҙ. Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Наил Ғәбиҙуллин аңлата: Банк шикле билдәләр күрһә, операцияларҙы туҡтата. Был – мутлашыусыларҙан һаҡланыу. Мәҫәлән, таныш булмаған ҡоролманан инеү, артыҡ ҙур сумма, шулай уҡ реквизиттары Үҙәк банктың мутлашыу базаһына эләгеүе сәбәпле. Йышыраҡ онлайн инеүҙе сикләйҙәр йәки картаны бикләйҙәр. Әммә аҡсаны банк бүлексәһенә барып, паспорт менән алырға мөмкин. Иҫәпте тулыһынса ябыу һирәк ҡулланыла. Мәғлүмәттәр базаға яңылыш эләккән булһа – исемлектән сығарыуҙы һорап ғариза бирегеҙ. Быны үҙегеҙҙең банк йәки Рәсәй банкының интернет-ҡабул итеү бүлмәһе аша эшләргә мөмкин (исем-шәрифегеҙ, паспорт мәғлүмәттәре, карта/иҫәп һандары кәрәк). Мөрәжәғәт 15 эш көнө эсендә ҡарала. Енәйәт эше ҡуҙғатылһа, банк Эске эштәр министрлығының ҡайһы бүлексәһенә хәбәр итергә кәрәклеген әйтә. Хәүефтәрҙе кәметер өсөн башҡа кешеләргә картағыҙҙы бирмәгеҙ һәм банкка онлай инеү ысулын уртаҡлашмағыҙ. Сит кешеләрҙең үтенесе буйынса аҡса күсермәгеҙ. Осраҡлы рәүештә аҡса алһағыҙ – кирегә ебәрмәгеҙ, ә банкка хәбәр итегеҙ. Иғлан сайттарында түләүҙә хәүефһеҙ сервистар ҡулланығыҙ. Хеҙмәттәр өсөн хаҡты хеҙмәткәрҙең шәхси картаһына түгел, ә компания реквизиттары буйынса түләгеҙ. Тулыраҡ мәғлүмәт һәм яуаптар – Рәсәй банкы сайтында #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
Башҡортостанда «Ветеран 02» ҡушымтаһы эшләй башланы. Ул МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә кәрәкле мәғлүмәт һәм ярҙам алырға ярҙам итә. Ҡушымтала: Башҡортостан Республикаһында МХО ветерандары ассоциацияһына инергә, мөрәжәғәт ебәрергә һәм ярҙам алырға, медицина, психологик йәки юридик ярҙамға яҙылырға, вакансиялар табырға, үткәреләсәк саралар тураһында белергә һәм башҡа ҡатнашыусылар менән аралашырға мөмкин. Платформа ветерандарҙы, Ассоциацияны, власть органдарын, муниципаль берәмектәрҙе, эш биреүселәрҙе берләштерә. Нисек файҙаланырға? Ҡушымтаны App Store, Google Play, RuStore йәки AppGallery аша күсереп алығыҙ. Теркәлеп, кәрәкле бүлекте һайлағыҙ. Ярҙам кәрәк булһа – платформа аша мөрәжәғәт ебәрегеҙ. Приложение «Ветеран 02» разработала Ассоциация ветеранов СВО Республики Башкортостан, оно доступно для всех жителей России. «Ветеран 02» ҡушымтаһын Башҡортостан Республикаһыда МХО ветерандары ассоциацияһы әҙерләне, ул Рәсәйҙә йәшәгән һәр кем өсөн асыҡ. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
без подписи
без подписи
«Сәләмәтлек поездары» Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һаулығын күҙәтергә ярҙам итә 2026 йыл башынан акция сиктәрендә табиптар МХО-ла ҡатнашҡан 202 хәрби һәм уларҙың 1695 ғаилә ағзаһын тикшергән. Медиктар барыһы 151 меңдән ашыу ҡабул итеү һәм 40 мең тикшереү үткәргән. 2 217 кешелә юғары шәкәр кимәле, 3 339 кешелә юғары холестерин, 5 413 кешелә юғары ҡан баҫымы, 6 077 кешелә артыҡ ауырлыҡ асыҡланған. 8 меңгә яҡын сир тәүгә, шул иҫәптән 2 897 социаль әһәмиәтле сир асыҡланған. Бөтә пациенттарҙы өҫтәмә тикшереү һәм дауалауға ебәргәндәр. 2026 йылдың 10 авгусынан 16-на тиклем «Сәләмәтлек поездары» Йылайыр, Ҡыйғы, Ҡариҙел, Миәкә, Көйөргәҙе, Күгәрсен һәм Өфө райондарында эшләйәсәк. «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә үтә. Табип белешмәләре бушлай, ғәмәлдәге сират тәртибендә үткәрелә. Иң мөһиме, паспорт менән ОМС полисын алырға. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
Ихатала соҡор барлыҡҡа килгәнме? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм нимә эшләргә кәрәкле тураһында аңлатабыҙ. 1-се аҙым. Биләмә өсөн кем яуаплы икәнен белешегеҙ. Йортта йәшәүселәрҙең милкенә ҡараһа – ремонт өсөн идара итеүсе компания яуаплы. Әммә ремонт тураһында ҡарарҙы милекселәр үҙҙәре дөйөм йыйылышта ҡабул итә. Ер участкаһы формалашмаған булһа, ихата өсөн район хакимиәте яуаплы. Был осраҡта ремонт муниципаль бюджет иҫәбенә башҡарыла. Нисек тиҙ генә барыһын да тикшерергә? Ер участкаһы статусын асыҡ кадастр картаһында ҡарарға мөмкин. Идарасы компанияның исеме – «Госуслуги Дом» ҡушымтаһында йәки квитанцияла. 2-се аҙым. Ремонтҡа ғариза бирегеҙ. Идарасы компанияға – «Госуслуги Дом» ҡушымтаһы аша. Хакимиәткә – шәхсән, хакимиәттең рәсми социаль селтәрҙәре аша йәки «Госуслуги. Решаем вместе» ҡаршы аралашыу платформаһы аша. Ғаризала мотлаҡ рәүештә йорттоң адресын, соҡорҙоң теүәл урынын һәм зыяндың яҡынса күләмен күрһәтегеҙ. Фотолар беркетегеҙ. Эҙмә-эҙлекле ғәмәлдәр тәртибен Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында әҙерләнеләр. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан
без подписи