tgindex
Рәми.баш

Рәми.баш

Статистика
@bash_alslelрусский

Был канал һәр кемгә файҙалы булыр, тип уйлайым. Сөнки бында Башҡортостандың тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте буйынса күп мәғлүмәт буласаҡ. Кемдәр минең менән туған телебеҙҙе өйрәнә, шулар имтихандарға еңел әҙерләнә алыр. Шулай итеп, тырышайыҡ!!

Последний пост
23 дек.
Последнее чтение
16:06
Постов за неделю
0
Всего постов
24
Тип
открытый
Язык
русский
В каталоге с
03:06
Подписчики
147
0 за 1 дн.
Сутки
 
Неделя
 
Месяц
 
Просмотров на пост
633
24 постов
Вовлечённость
430,6%
к подписчикам
Постов в день
0,0
всего 24
Упоминаний
0
каналов
Охват размещения
оценка
1/24сутки в ленте
1/48двое суток
1/72трое суток

Оценка по просмотрам недавних постов: пост набирает почти всё за первые сутки.

Посты

  • әҙәби йүнәлештәр: — Классицизм — Сентиментализм — Романтизм — Реализм #әҙәбиәт

  • Дауыт Юлтыйҙың "Ҡан" романы тураһында. Роман Д. Юлтыя "Кровь": поэтика художественного мира https://share.google/QsLsU7FeIDlMIYbnf

  • Ғәйнан Хәйриҙең "Боролош" романы. Русса аудиокитап. https://share.google/GzrNmmZj43Hvid3NA 🗣

  • Мостай Кәрим. "Ай тотолған төндә" трагедияһы. Пьесала ваҡиғалар Башҡортостанда XVII быуатта бара. Боронғо башҡорт ырыуы менән ире һәләк булғандан һуң бай ҡатын Тәңкәбикә идара итә . Тәңкәбикә ғаиләһендә уның кесе улы Ишмырҙа , уртансы улы Аҡйегет , өлкән улы Юлмырҙа йәшәй. Аҡъегет һылыу ҡыҙ Зөбәржәт менән никахлашҡан , ә Юлмырҙа Шәфәҡкә өйләнгән . Хәрби хеҙмәттә Юлмырҙа һәләк була. Ырыуҙа шундай йола үтәгәндәр — өйләнгән өлкән улы һәләк булған осраҡта, ҡустыһы тол ҡатынға өйләнә. Шәфәҡте Аҡйегет алырға тейеш була, ә Зөбәржәтте 11 йәшлек Ишмырҙаға бирергә тура киләсәк. 1. Пьесаны Башҡортостан Милли китапханаһының сайтында, электрон китапхана аша уҡырға мөмкин: https://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html?params=UmVzb3VyY2UtMTg0MjM/0Jwu0JrQsNGA0LjQvCAtINCSINC90L7Rh9GMINC70YPQvdC90L7Qs9C-INC30LDRgtC80LXQvdC40Y8 2. Ҡарарға: https://ok.ru/video/749243270464

  • https://bashlang.ru/

  • видео или голосовое, без подписи

  • видео или голосовое, без подписи

  • 3-4 сентябрь беҙҙең гимназиябыҙҙа тарихсы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәре, Башҡортостан республикаһының мәғариф алдынғыһы Ҡашҡаров Ғилман Абдрахман улы менән осрашыу үтте. Ул Миңлеғәле Шайморатов тураһында  мауыҡтырғыс мәғлүмәт еткерҙе. Балалар ҡыҙыҡһынып тыңланы. Шайморатовтың ғүмер юлы тураһында белеп ҡалдылар. Осрашыу файҙылы һәм бик күңелле булды.

  • «Ә мәҙәниәтте яҡларлыҡ кеше юҡ», — тип зарлана яҙыусы Танағол Ҡанбулатов Арынбаҫаровҡа. Бер үк мәлдә иҡтисадты ла талау, тәләфләү, юҡҡа сығарыу, экологияны төҙәтеп булмаҫлыҡ итеп бысратыу бара. Шундай мөһим мәсьәләләр күтәрелә «Ғүмер бер генә» романында, уларҙың хәл ителеше нисек һуң? Әлбиттә, «Химпром» берекмәһе начальнигы Сергей Иванович Хоменко һуңыраҡ тәүбәгә киләсәк, ләкин йөрәк өйәнәге тотоп, үлеп ҡаласаҡ. Ҡаҙнабаев һәм уның мафиоз әшнәләре лә фаш ителәсәк. Ләкин улар ғына төп проблеманы хәл итә алмай, илдәге кире күренештәрҙе дөйөмләштереп тороусы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Бәҙеғоловтар, йәғни система ҡала. Етмәһә, хаҡлыҡ, ғәҙеллек һыҙаттарын дөйөмләштереүсе хирург Арынбаҫаров та яҙыусы Танағол Ҡанбулатов файҙаһына тигән булып, депутатлыҡтан баш тарта. Танағол Ҡанбулатов аҙаҡ депутат булып үтәме, юҡмы — уныһы ла әлегә билдәһеҙ, шулай итеп, әҫәрҙә күтәрелгән күп кенә һорауҙар яуапһыҙ ҡала. Ләкин был тәңгәлдә әҫәр авторы ла хаҡлы: ысынбарлыҡта ла экология, милләт яҙмышы, социаль ғәҙеллек кеүек йәшәйештең төп проблемалары хәл ителеп бөтөлгән тип әйтеп буламы ни?

  • Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә» романы. Романда заман темаһы, үҙгәртеп ҡороу реформалары осорона хас һыҙаттар. «Ғүмер бер генә» романы һөйгән ҡыҙы Гөлшанды яҡлайым тип, студент егет Илғужаның енәйәтселәр төркөмө менән алышҡа инеүенән башлана. Роман сюжетының төйөнләнеш мәле - һайлау кампанияһы башланыуы, депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү кәрәклеге  көсөргәнешле ярыш төҫөн ала, үҙ-ара көрәш атмосфераһын тыуҙыра.  Һәр кандидаттың йәмғиәткә, кешеләргә, үҙ вазифаһына ҡараштары төрлөсә. Романда был ҡаршылыҡтар нигеҙҙә ике төп образ, депутатлыҡҡа ике кандидат — республиканың хирургия үҙәге баш врачы Ҡаҙнабаев Ғәйниәр Ғәйнуллович һәм ошо уҡ клиниканың атаҡлы хирургы Арынбаҫаров Арыҫлан Рәхмәтуллович йөҙөндә дөйөмләштерелә. Фән докторы, профессор Ҡаҙнабаев — ифрат һауалы, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт кеше. «Ҡаҙнабаев теләһә ҡайҙа аунап ята торғандарҙан түгел, — тип тә ебәрә ул үҙе хаҡында, — Ҡаҙнабаевты Верховный Совет етәкселәренән башлап төпкөл ауылдарҙағы ябай колхозсыға тиклем белә». «Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары үҙе ҡулын ҡыҫып китә»... Медицина институты ректоры Фәхриев тә уның әшнәһе... Юҡҡа түгел инде, Ҡаҙнабаев үҙе лә «урынбаҫар»ҙың һеңлеһен, юҡ ерҙә штат булдыртып, эшкә ала, институт ректорына ла һәр төрлө хеҙмәт күрһәтә. Ҡҙзнабаев файҙаһы тейерҙәй башҡа кешеләр, хатта мафиоз элементтар менән дә «мин — һиңә, һин — миңә» принцибы нигеҙендә енәйәтсел бәйләнештәр булдыра; кеше диссертацияһын урлап, докторлыҡ дәрәжәһен ала; кәйеф-сафа ҡороп, теттереп йәшәргә ярата. Бар хыялы — депутатлыҡҡа үтеү, унан уға ҡул да, һүҙ ҙә тейҙерә алмаҫтар, депутат булһа, министр креслоһына ла йыраҡ ҡалмай... Бына шуның бәрәбәренә тырыша Ҡаҙнабаев, хатта һәр төрлө енәйәткә барыуҙан да тартынмай. Хирург Арынбаҫаров -  Ҡаҙнабаевтың киреһе, эшһөйәр, намыҫлы, ғәҙел, түрәлеккә лә ынтылып бармай. Башта ул үҙенең кандидатураһын депутатлыҡҡа күрһәтеүгә ҡаршы, һайлау кампанияһы башланғас, «Юғары Советҡа намыҫлы кеше үтһен» тип, уны, ни өсөн икәнен әйтмәй генә, дуҫтары Мәскәүҙән ғилми симпозиумдан телеграмма менән саҡырып ҡайтарған. Бергә эшләгән коллегалары Арынбаҫаровты «алтын ҡуллы хирург» тиҙәр, бөтә хирургия үҙәге, бигерәк тә йәштәр ярата уны, «лекциялары үҙе бер байлыҡ» тип, студенттар ҙа өҙөлөп тора. Талантлы йәштәр, яҡшы белгестәр уратып алған арҙаҡлы шәхес Арғынбаевты. Больницаның элекке парторгы Сибәғәтуллина, врач Насиров, Бай-ғусҡаровтар ана шундайҙар. Ләкин уларҙың ҡулында власть юҡ, шуға ла еңел түгел уларға. Арынбаҫаровҡа ла, юлдан алып ташлау маҡсатында, һәр төрлө яуызлыҡтар эшләп торалар: юғарынан республика етәкселәре лә ҡыҫымға ала, түбәндә лә әллә ниндәй ялған бәләләр тағалар, аҡса талап итеү өсөн (рэкитерлыҡ) башта ҡыҙын, унан машинаһын урлайҙар, дачаһын яндыралар... Хатта бер өлкә гәзите уға ҡаршы махсус кампания асып ебәрә... Ә Арыҫлан Арынбаҫаров рухы менән үҙе, ысынлап та, бәһлеүән, арыҫлан йөрәкле кеше. Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫары Бәҙеғолов бүлмәһендәге республика кимәлендәге бик күп етәкселәр, шул иҫәптән Дәүләт именлеге комитеты рәйесе кеүек шомло вазифалы кешеләр алдында радиоактив ҡалдыҡтарын ерләү маҡсатында республика ядро шартлатыуы ойоштороу хаҡындағы бәхәскә иғтибар итәйек. Арынбаҫаров был эштәргә ҡырҡа ҡаршы, уны һайлаусылар менән осрашыуҙарҙа ла бөтә халыҡҡа белдерә,  телевидениела сығыш яһай һәм ҡала митингыһы ойоштора. Ысынлап та, депутат булып һайланыу, власҡа үрләү ниәтендә нимәләр генә ҡыланмайҙар депутатлыҡҡа кандидаттар: берәүһе һайлаусыларға торба, кирбес, икенсеһе комбикорм, ашламалар вәғәҙә итә... АвтоВАЗсервис директоры «Жигули» покрышкалары өләшә; «тегендә кандидат Хәмәтнуров исеменән кемдең фатирында телефон юҡ, шуларға исемлек төҙөйҙәр»; врач Ҡаҙнабаев, башҡа өләшер нәмәһе булмағанғамы, һайлаусыларға бер мәртәбә ҡуллана торған шприц тарата... Үҙе эшләгән дәүләт предприятиеһы иҫәбенә оятһыҙ рәүештә асыҡтан-асыҡ һайлаусыларҙы һатып алыу бара. #әҙәбиәт

  • Азат Хаммат улы Абдуллин 1931 йылдың 26 июнендә Ейәнсура районы Үрген ауылында донъяға килә. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетында, 1953–1956 йылдарҙа М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтының аспирантураһында уҡый. Башҡорт дәүләт университетында эшләп ала, һуңғараҡ Мәскәүгә күсә. Әҙәбиәткә Азат Абдуллин 1963 йылда рус шағиры Сергей Чекмарёвҡа арналған "Онотма мине, ҡояш!», драмаһы менән килеп инә. Ул илдең күп театрҙарында сәхнәләштерелә, бер нисә тапҡыр баҫылып сыға. 70-се йылдарҙа Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» драмаһы авторға киң билдәлелек килтерә. Совет йылдарында был әҫәр Вахтангов исемендәге театрҙа ҡуйыла. 1985 йылда әҙип уның дауамын - «Һуңғы уҙаман" драмаһын яҙа. Үҙенең очерктарында ул замандаштарының портреттарын кәүҙәләндерә, тормошто бар ысынбарлығында һүрәтләй. 1984 йылда Азат Абдуллин әҙәбиәт һәм мәҙәниәт тармағы үҫешенә индергән өлөшө, ҡаҙаныштары өсөн «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә. 2014 йылда уға «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» исеме бирелә. 2016 йылда Өфөлә уның "Һайланма әҫәрҙәр"е баҫылып сыға. Азат Абдуллин 2023 йылда мәрхүм була. #әҙәбиәт #мәҙәниәт

  • https://www.youtube.com/watch?v=1Ey75x75JpU

  • 27 февр. 2025 г.87420из anbanam

    🐚Ҡәҙерле дуҫтар! 🐚Беҙҙең көтөп алған спектакль Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат сәхнәһендә сыға! 3 март 17:00 сәғәттә һеҙҙе йәш артистарыбыҙға ҡарарға саҡырабыҙ! 💖 🐚🐚🐚🐚🐚🐚🐚🐚 🐚Дорогие друзья! 🐚Наш долгожданный спектакль впервые выходит на сцену гимназии-интерната имени Рами Гарипова! Ждем вас посмотреть на наших молодых актеров 3 марта в 17:00 ! 💖

  • Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы. Һ. Дәүләтшина - халыҡтың революцияға килеү юлын ҡатмарлы һәм ғазаплы психологик процесс итеп тасуирлай. Был процесс әҫәрҙәге геройҙарҙың яҙмышында, характерҙарҙың социаль – психологик үҫеш һәм үҙгәрешендә лә асык сағыла. Романда, дөйөм алғанда, ете тиҫтә самаһы персонаж хәрәкәт итә, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ йөҙө, үҙ һүҙе, тормошта үҙ урыны, ҡабатланмаҫ холок – фиғеле, яҙмыштары бар. “Ырғыҙ” ҙа һүрәтләнгән образдар, башҡорт халҡының һәр төрлө йәштәге вәкилдәрен кәүҙәләндереп, халыҡ характерҙарының тотош бер галереяһын барлыҡҡа килтерә, яҙыусы шуның менән оҙон бер тарихи дәүерҙә халыҡ яҙмышы хаҡындағы эпик полотно, дөйөмләштерелгән милли характерҙар романы тыуҙырыуға өлгәшә. Әҫәрҙең идея-эстетик, социаль – психологик йөкмәткеһен, милли-рухи асылын билдәләүҙә Айбулат менән Гөлйөҙөм, Ҡотлояр һәм Мәғфүрә, Тимерғәле, Үмәр ҡарттар, Шәһиҙә әбей, Зөфәр Мурзин, Әхмәҙи, Исхаҡ, кесе йәштәгеләрҙән Диләфрүз, Тимербулат ғәйәт мөһим роль уйнай. Улар нигеҙҙә, хеҙмәтсән халыҡ вәкилдәре һәм, дөйөм алғанда, халыҡ мәнфәғәте яғында тороусылар. Әммә тарихи хәрәкәт бер яҡлы ғына түгел, ул ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы процесс. Ниязғол, Рәхимә, Миңлекәй, Имай образдары ла шул уҡ башҡорт йәмғиәтенең заманға хас синфи көрәш, революция, граждандар һуғышы ваҡиғаларының ҡотолғоһоҙ ҡапма – ҡаршылыҡтары уртаһында тороп ҡалған тулы хоҡуҡлы вәкилдәр #әҙәбиәт #яҙыусылар

  • Һәҙиә Дәүләтшина - совет Шәреғе ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан беренсе талантлы романсы. Шәхес культы арҡаһында ҙур ауырлыҡтарға осрауына ҡарамаҫтан, уның халыҡ тормошо тураһында монументаль роман тыуҙырыуы - ысын мәғәнәһендә ижад батырлығы ул.Шуның менән яҙыусы үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡойоп ҡалдырҙы.” Сабит Моҡанов, ҡаҙаҡ яҙыусыһы. Рус яҙыусыһы Леонид Соболев: «Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романын белмәй тороп, башҡорт халҡының тормошон аңлау мөмкин түгел» тип яҙһа, әҙибәнең иҫтәлектәренең береһендә ошондай һүҙҙәр килтерелә: ”Мине яҡшыраҡ белгегеҙ килһә, “Ырғыҙ” романымды уҡығыҙ. Минең бөтөн йәнем, саф йөрәгем шул романда“ Һәҙиә Дәүләтшина - халҡыбыҙға ижади мираҫында, иң ҙур рухи байлыҡ ҡалдырған бөйөк шәхес. #яҙыусылар

  • Әхиәр Хәкимовтың "Өйөрмә" романы буйынса бер уҡыусының иншаһы. Әле генә уҡып сыҡҡан романдың һуңғы биттәрен яптым. Мин һаман да әле геройҙарҙың тормошонан айырыла алмайым. Еңел дә , ауыр ҙа миңә. Геройҙарҙың ҡатмарлы көрәш менән үткән ғүмерҙәре мине тәрән кисерештәргә һалды, уйландырҙы. Был - күренекле яҙусы Әхиәр Хәкимовтың “Өйөрмә “ исемле әҫәре ине. Өйөрмә… Роман биттәрендә йәшәгән геройҙарҙың кисергән ауыр яҙмыштары ла берәм-берәм өйөрмә эсенә инеп юғалған кеүек булды. Бигерәк тә аяныс уларҙың яҙмыштары. Әлбиттә, беҙ быға тиклем репрессия йылдары тураһында тарихтан уҡып ҡына белә инек. Ә “Өйөрмә “ романый менән танышҡас, репрессия , торғонлоҡ йылдары күҙ алдына ҡурҡыныс, ҡотолғоһоҙ өйөрмә һымаҡ килеп баҫты. Был өйөрмә шул йылдарҙағы аңһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек арҡаһында ғына тыуғандыр, минеңсә. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, әгәр ҙә шул заман сәйәсәте аңлы рәүештә башҡарылған булһа, кеше ышанмаҫлыҡ ҡот осҡос хәлдәр булыр инеме ни? “Өйөрмә “ романындағы үҙәк герой Искәндәр Мораҙымдың яҙмышы бик үкенесле. Шулай ҙа ул йәлләүгә мохтаж түгел, ғүмеренең аҙағынаса ғәҙелһеҙлек, аңһыҙлыҡ менән көрәшеп йәшәй. Уның үҙен дә ғәрәсәтле өйөрмә упҡыны тартып ала. Әле генә тамамлаған “Өйөрмә” исемле романын ниндәйҙер намыҫһыҙ кеше алып китеп, аҙ-маҙ үҙгәрткеләп, үҙенең исеменән баҫтырып сығара. Ә ошо романды юллап йөрөүсе- Искәндәрҙең улы Камил, бәләгә осрай: аварияға эләгә. Шуныһы үкенесле: роман тамамланмаған һымаҡ. Ысынында иһә, Әхиәр Хәкимов беҙгә- уҡыусыларға уйланырға, геройҙарҙың, Камилдың яҙмышы хаҡында борсолорға урын ҡалдырғандыр. Был мине лә уйға һалмай ҡалманы, әлбиттә. Минең фаразлауымса, атаһының эшен дауам итеүсе йәш кеше- Камилдың яҙмышы аяныслы өҙөлөп ҡалыр. Ул, моғайын, һәләк булалыр. Сөнки үҙ фекере булған ҡыйыу ҡарашлы шәхестәрҙе тоталитар ҡоролош аяманы. Уны тере ҡалған сағында ла юҡ итергә тырышасаҡтар. Бына ошо әҫәрҙәге һымаҡ ваҡиғалар башҡа бер ваҡытта ла ҡабатланмаһын ине. Тарихтан һабаҡ ала белһәк ине беҙ. Хәҙерге һүҙ ирке, азатлыҡ, шәхесте һәр яҡтан үҫтереү өсөн тыуҙырылған шарттар киләсәккә өмөт менән ҡарарға мөмкинселек бирә. Зәлифә Мәһәҙиева. #әҙәбиәт

  • Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы 1. –ст, -сть хәрефтәренә бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда, т, ть яҙылмай. Миҫалдар: власть – власҡа, власы, часть – часҡа, журналист – журналисҡа, журналисы һ.б. 2. –зд хәрефтәренә бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылһа, д яҙылмай. Мәҫәлән: поезд – поезға һ.б. 3. –нг, -нк, -иск, -оск, -уск, -амп хәрефтәренә бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда, һүҙ менән ялғау араһына ы өҫтәп яҙыла. Миҫалдар: банк – банкының, фланг – флангының, рейтинг – рейтингының, киоск – киоскының, отпуск – отпускының һ.б. 4. Цифрҙар аҙағында килгән рәт һаны ялғауҙары һыҙыҡса аша яҙыла. Миҫалдар: 9-сы, 7-се, 33-сө һ.б. 5. Бер төрлө ҡуш тартынҡыға бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда, ҡуш тартынҡының береһе яҙылмай. Миҫалдар: класс – кластың, кросс – кростың, кросҡа. Ҡуш тартынҡыға бөткән яңғыҙлыҡ исемдәргә ялғау ҡушылһа, ҡуш тартынҡылар һаҡлана: Кузбасс – Кузбасстан һ.б. 6. –ск хәрефтәренә бөткән яңғыҙлыҡ исемдәренә ялғауҙар ҡушылғанда, аҙаҡтарына и хәрефе өҫтәлеп, ҡалын ялғау яҙыла. Миҫалдар: Минск – Минскиҙан, Орск – Орскиға һ.б. #тел

  • 9 дек. 2024 г.76513из brgirami

    9 декабрҙә Рәсәйҙә рәсми байрам - Ватан Геройҙары көнө тип йөрөтөлә. Был иҫтәлекле дата 2007 йылда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы ҡарары буйынса булдыра.Батыр ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алыу һәм әле иҫән-һау йәшәгән Геройҙарҙы хөрмәтләү көнө. Байрам өсөн һайланған 9 декабрь датаһы 1769 йылда Изге Георгий Победоносец орденын булдырыуға ҡарай, тип иҫәпләнә. Учреждениены шул мәлдә үҙен ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, яуҙа күрһәткәндәрҙең барыһын да яңы орден менән бүләкләргә ҡушҡан императрица Екатерина II башҡара.

  • ХӘЛ ҺӨЙЛӘМДӘР ВАҠЫТ ҺӨЙЛӘМ Ваҡыт һөйләм баш һөйләмдәге эш-хәлдең ваҡытын белдерә. Ул ҡасан?, ҡасандан бирле?, ҡасанға тиклем? һорауҙарына яуап була. Ваҡыт һөйләм баш һөйләмгә хәл ҡылым ялғауҙары һәм бәйләүестәр ярҙамында эйәрә. Ул баш һөйләмгә килеш ялғауҙары менән бәйләнгәндә, ике һөйләм араһында өтөр ҡуйыла. УРЫН ҺӨЙЛӘМ 1) Урын һөйләм баш һөйләмдәге эш йәки хәлдең урынын белдерә. Ул ҡайҙа? ҡайҙан? ҡайҙа тиклем? ҡайҙан алып? һорауҙарына яуап була. 2) Урын һөйләмдәр баш һөйләмгә мөнәсәбәт һүҙҙәр, хәл ҡылым ялғауҙары, ергә, урында, ятта кеүек һүҙҙәр ярҙамында эйәреп килә. 3) Урын һөйләм баш һөйләмгә ерҙә, урында, ятта кеүек һүҙҙәр менән бәйләнеп килгәндә, баш һөйләм менән эйәрсән һөйләм араһында тыныш билдәһе ҡуйылмай, бүтән осраҡта өтөр ҡуйыла. Иҫкәрмә. Ерҙә, урында, ятта кеүек һүҙҙәр ярҙамында эйәреп килгән урын һөйләмдәр аныҡлаусы һөйләмдәргә оҡшай. Тик мәғәнәһе буйынса ла, баш һөйләмдән бирелгән һорау ҙа уның урын һөйләм икәнен күрһәтеп тора. РӘҮЕШ ҺӨЙЛӘМ 1) Рәүеш һөйләм баш һөйләмдәге эш йәки хәлдең рәүешен белдерә. Ул нисек? ни рәүешле? һорауҙарына яуап була. Ул баш һөйләмдәге эштең рәүешен белдерә. 2) Рәүеш һөйләм баш һөйләмгә рәүеш яһаусы -са, -сә ялғауҙары, хәл ҡылым ялғауҙары, мөнәсәбәт һүҙҙәр, хәлдә, килеш, көйөнсә, шикелле, төҫлө, кеүек, һымат оҡшатыу бәйләүестәре ярҙамында эйәреп килә. КҮЛӘМ-ДӘРӘЖӘ ҺӨЙЛӘМ Күләм-дәрәжә һөйләм баш һөйләмдәге эш-хәрәкәттең йәки билдәнең күләмен белдерә. Ул күпме? ни тиклем? ни дәрәжәлә? һорауҙарына яуап була. Күләм-дәрәжә һөйләм баш һөйләмдә мөнәсәбәт һүҙ менән белдергән күләм-дәрәжә хәлен йә баш һөйләмде тотош асыҡлап килә. СӘБӘП ҺӨЙЛӘМ Сәбәп һөйләм баш һөйләмдәге эш йәки хәлдең сәбәбен белдерә. Ул ни өсөн? нилектән? ни сәбәпле? һорауҙарына яуап була. Сәбәп һөйләм баш һөйләмгә хәл ҡылым ялғауҙары, төбәү, сығанаҡ килеш ялғауҙары, бәйләүестәр, сөнки теркәүесе һәм интонация ярҙамында бәйләнә. МАҠСАТ ҺӨЙЛӘМ Маҡсат һөйләм баш һөйләмдәге эш йәки хәлдең маҡсатын белдерә. Маҡсат һөйләмдәр ни өсөн? ниндәй маҡсат менән? тигән һорауҙарға яуап була. Маҡсат һөйләм баш һөйләмгә өсөн бәйләүесе һәм тип һүҙе ярҙамында бәйләнеп килә. Маҡсат һөйләмдә эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһында өтөр ҡуйыла. ШАРТ ҺӨЙЛӘМ 1) Шарт һөйләм баш һөйләмдәге эш-хәлдең үтәлеү йәки үтәлмәүенә шарт булған эш йәки хәлде белдерә. Ул ни эшләһә? ни эшләмәһә? ни булһа? ни булмаһа? ниндәй шарттарҙа? тигән һорауҙарға яуап була. 2) Шарт һөйләм баш һөйләмгә һорау киҫәксәһе менән бәйләнеп килһә, шарт һөйләм менән баш һөйләм араһында һыҙыҡ ҡуйыла. Башҡа осраҡта шарт һөйләм менән баш һөйләм араһында өтөр ҡуйыла. КИРЕ ҺӨЙЛӘМ 1) Кире һөйләм үтәләсәк эш йәки хәлдең баш һөйләмдә киреһе буласағын белдерә. Ул ни булһа ла? нимәгә ҡарамаҫтан? һорауҙарына яуап була. 2) Кире һөйләм баш һөйләмгә мөнәсәбәт һүҙҙәр менән бойороҡ ҡылым ялғауы, шарт ҡылым менән да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә киҫәксәләре һәм ҡарамаҫтан һүҙе ярҙамында эйәреп килергә мөмкин. Иҫкәрмә. Кирәкләп кире һөйләмдәр баш һөйләмгә шарт һәм бойороҡ ҡылымдың ҡушарлап килеү юлы менән дә эйәрергә мөмкин. Үҙ хәтеркәйҙәрем -ҡалһа -ҡалһын — дуҫ-иштәрҙең хәтере -ҡалмаһын. Кире һөйләм баш һөйләмгә мөнәсәбәт һүҙҙәр менән бәйләнеп килгәндә, кире һөйләм баш һөйләмдән алда торһа, ике һөйләм араһында өтөр һәм һыҙыҡ ҡуйыла. #тел

  • ЭЙӘРТЕҮЛЕ ҠУШМА ҺӨЙЛӘМДӘР БАШ ҺӘМ ЭЙӘРСӘН ҺӨЙЛӘМ Береһе икенсеһенә буйһоноп, үҙ-ара эйәреү юлы менән бәйләнеп килгән һөйләм эйәртеүле ҡушма һөйләм тип атала. Эйәртеп килгәне баш һөйләм, эйәреп килгәне эйәрсән һөйләм була. ЭЙӘРСӘН ҺӨЙЛӘМДЕҢ БАШ ҺӨЙЛӘМГӘ ЭЙӘРЕҮ (БӘЙЛӘНЕҮ) САРАЛАРЫ Тыныш билдәләре. 1. Эйәрсән һөйләмдәр баш һөйләмгә килеш ялғауҙары, хәл, шарт, сифат ҡылым ялғауҙары, бәйләүестәр ярҙамында эйәреп килә. 2. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә тағы мөнәсәбәт һүҙҙәр, теркәүес һәм теркәүес һүҙҙәр, интонация ярҙамында бәйләнә. Мөнәсәбәт һүҙҙәрҙең бәйләүес һәм теркәүестәрҙән айырмаһы шунда: улар һөйләм киҫәге лә булып килә. Мөнәсәбәт һүҙҙәр ҡушарлап та, берәмләп тә ҡулланыла. Кем — шул, кемдең — шуның, ҡайҙа — шунда, ни тиклем — шул тиклем. Шуға, шул, шулай, шуныһы,шулай итеп, былай, ошолай. Күрһәтеү алмаштарынан килгән мөнәсәбәт һүҙ баш һөйләмдә, һорау алмашынан килгәне эйәрсән һөйләмдә тора. 3. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә бәйләүес, хәл, шарт, ҡылым ялғауҙары менән бәйләнһә, ул баш һөйләмдән өтөр менән айырыла. 4. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмдәге үҙе асыҡлап килгән һүҙ менән йәнәш торһа, өтөр ҡуйылмай. (Гөлйөҙөм таң яҡтыһының аҡһыл шәүләләре өй эсенә һуҙылғас ҡына йоҡлап китте) 5. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә мөнәсәбәт һүҙҙәр ярҙамында эйәреп килгәндә, эйәрсән һөйләм баш һөйләмдән алда торһа — өтөр, эйәрсән һөйләм баш һөйләмдән аҙаҡ килһә, ике нөктә ҡуйыла. 6. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә теркәүес ярҙамында бәйләнһә, һөйләмдәр араһында өтөр ҡуйыла. ЭЙӘ ҺӨЙЛӘМ. Эйә һөйләм баш һөйләмдең эйәһе урынында килә, йә баш һөйләмдең мөнәсәбәт һүҙ менән бирелгән эйәһен асыҡлай. Ул кем? нимә? һорауҙарына яуап бирә. ЭЙӘРСӘН ХӘБӘР ҺӨЙЛӘМ Эйәрсән хәбәр һөйләм баш һөйләмдең хәбәре урынында килә. Ул нимә? нимәлә? кемдеке? һорауҙарына яуап бирә. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмдең мөнәсәбәт һүҙҙән килгән хәбәрен асыҡлай. Шул, шунда, шундай кеүек менәсәбәт һүҙҙәр эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләп килә. Әгәр эйәрсән хәбәр һөйләм баш һөйләмдән һуң килһә, улар араһында ике нөктә, алда килһә, һыҙыҡ ҡуйыла. АНЫҠЛАУСЫ ҺӨЙЛӘМ Аныҡлаусы һөйләм баш һөйләмдең аныҡлаусыһы урынында килә йә баш һөйләмдең мөнәсәбәт һүҙ менән бирелгән аныҡлаусыһын асыҡлай. Ул кемдең? нимәнең? ниндәй? ҡайһы? һорауҙарына яуап бирә. 2) Аныҡлаусы һөйләм баш һөйләмгә мөнәсәбәт һүҙҙәр, килеш, сифат ҡылым ялғауҙары һәм интонация ярҙамында эйәреп килә. Аныҡлаусы һөйләм баш һөйләмгә ялғауҙар ярҙамында эйәреп килгәндә, баш һәм эйәрсән һөйләм араһында бер ниндәй ҙә тыныш билдәһе ҡуйылмай. ТУЛТЫРЫУСЫ ҺӨЙЛӘМ 1) Тултырыусы һөйләм йә баш һөйләмдең тултырыусыһы урынында ҡулланыла, йә баш һөйләмдең мөнәсәбәт һүҙҙәр менән бирелгән тултырыусыһын асыҡлай. Ул кемде? нимәне? кемдә? нимәлә? кемдән? нимәнән? һорауҙарына яуап бирә. 2) Тултырыусы һөйләм баш һөйләмгә килеш ялғауҙары ярҙамында эйәрһә, ике һөйләм араһында бер ниндәй ҙә тыныш билдәһе ҡуйылмай. 3) Тултырыусы һөйләм баш һөйләмгә тип бәйләүесе менән эйәреп килгәндә, тип бәйләүесе алдынан өтөр ҡуйыла. #тел

Рәми.баш — tgindex