ЮЛДАШ радиоһы
Статистика- Последний пост
- 31 мар.
- Последнее чтение
- 15 авг.
- Постов за неделю
- 0
- Всего постов
- 60
- Тип
- открытый
- Язык
- казахский
- В каталоге с
- 12 авг.
- 1/24сутки в ленте
- —
- 1/48двое суток
- —
- 1/72трое суток
- —
Оценка по просмотрам недавних постов: пост набирает почти всё за первые сутки.
Посты
🏒 Тиҙҙән бишенсе уйын! 🔥💚 Бөгөн "Салауат Юлаев" командаһы "Автомобилист" командаһы менән көс һынаша. Уйын Екатеринбург ҡалаһында үтә. ⏰ Матч 19:00 сәғәттә башлана. 📺 БСТ каналында тура эфирҙы ҡабыҙырға онотмағыҙ! Егеттәргә уңыштар теләйбеҙ💚
Йорттарҙа йылы биреүҙе үҙ аллы ла туҡтатырға мөмкин. "БашРТС" ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, идарасы, йә иһә ресурс менән тәьмин итеүсе компанияға ғариза яҙыу мөмкинлеге ҡаралған. Ҡабул ителгән нормалар ярашлы, уртаса һауа температураһы биш көн рәттән 8 градус йылынан юғары булһа йылы биреүҙе туҡтатыуҙары мөмкин.
Башҡортостанда 2026 йылда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө 2 майҙа билдәләнә. Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Республика етәксеһе муниципаль властарға зыяраттарға автобус маршруттары булдырырға һәм биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартыуҙы ойошторорға ҡушты. "Дин әһелдәре килһен, дежур фельдшерҙар булһын", — тип өҫтәне Хәбиров.
Ҡайғылы хәбәр килде... Башҡортостан радиоһының билдәле дикторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллина вафат. Яңыраҡ ҡына радио ветераны 90 йәшен билдәләгәйне. Лира Фәхри ҡыҙы 40 йылдан ашыу диктор булып эшләй, тиҫтәләгән рус телендәге фильмдарҙы башҡортсаға тәржемәләүҙә ҡатнаша. Рәсимә Кәримова, Әхәт Мортазин кеүек дикторҙар менән бер рәттән, уның тауышы тиҫтәләгән йылдар буйына көндән-көн Башҡортостан радиоһын танытып торған тауыш була. Шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ та билдәле. Лира Фәйзуллина 1936 йылда Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Шул уҡ райондың Үтәк ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1956 йылда "Өфөлә башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы булдырыла" тигән хәбәр ишетеп, дикторҙар конкурсында үҙен һынап ҡарарға була. Тиҙҙән уның тауышы радио аша бөтә Башҡортостанға яңғырай башлай. Бәхил бул, радио ветераны... "Юлдаш" радиоһы мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Башҡортостан сәнәғәте махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеүгә яраҡлашып ҡоролған. Был турала Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы докладында билдәләнгән. Рәсәй Геройы Денис Чернавин белдереүенсә, оборона ҡеүәтен нығытыуға йүнәлтелгән эштең иҡтисади һөҙөмтәһе алдағы йылдарҙа ла булырға тейеш. Фронт өсөн сығарылған дрондар тыныс тормошта ла ҡулланыла. “Пилотһыҙ осҡос операторҙары кәрәкле кадрҙар була”, - ти ул. Башҡортостанда ике йылда хәрби подразделениелар өсөн 10 меңдән ашыу дрон етештерелгән. “Урындағы власть йәмғиәтте берләштереү сәйәсәтен уңышлы алып бара. Беҙҙең республика яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса лидерҙар исемелегендә”.
Башҡортостан йылғаларында һыу кимәле күтәрелеү сәбәпле күперҙәр ябылды. Бишбүләк районының Набережный һәм Стәрлетамаҡтың Яңы Барятин ауылдарында гидротехник ҡоролмалар аша үтеп булмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика комитетынан белдереүҙәренсә, йылға һәм күлдәрҙә мониторинг дауам итә.
Бөгөн Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә арналған волейбол турниры старт ала. Ул Киров районы дөйөм белем биреү ойошмаларының өлкән класс командалары араһында үткәрелә. Ярыштар мәктәп уҡыусылары араһында волейболды популярлаштырырға йүнәлтелгән. Тәүге уйындар Өфөнөң 16-сы гимназияһында сәғтә унда башлана.
Хәйерле иртә! Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын Һауа температураһы республикала +11,+16, ҡайһы бер райондарҙа +21 градусҡаса йылы, Өфөлә +11,+13 градус йылы.
🚝Өфө-Белорет 4 сәғәттә! Куйбышев тимер юлынан белдереүҙәренсә, апрелдә Башҡортостанға «Финист» электр поездары килә һәм Өфө — Белорет маршрутына тәғәйенләнә. Юл ваҡыты — ни бары 4 сәғәт. Шәпме? 🚉Өфө — Һамар маршруты 8 майҙа асыла.
💚"Салауат Юлаев" хоккейсыһы Григорий Панин Континенталь хоккей лигаһында һаҡсылар араһында рекордҡа иреште. Ул плей-офта иң күп уйын уҙғарған, 179 осрашыуҙа ҡатнашҡан. Григорий Панин Өфө командаһы өсөн 2017 йылдан алып сығыш яһай. Быйыл 71 осрашыуҙа 4 шайба индергән 7 һөҙөмтәле пас биргән. 💚 Юлаевсылар был миҙгелдә плей-офтың тәүге этабында Екатеринбург командаһы менән көс һынаша.
Башҡортостан Башлығы юлдарҙы ремонтларға ҡушты. Тикшереү барышында 7 меңдән ашыу етешһеҙлек асыҡланған. 1 347 соҡор ямалған. Был турала хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. "Юл соҡорҙарына зарланыусылар күп. Тиҙ арала эштәрҙе башҡарырға кәрәк", - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда Аҫҡын мәмерйәһе туристар өсөн ябыла. Сикләү 1 апрелдән ҡабул ителә. "Урманда айыуҙар уяна. Уларға ҡамасауларға ярамай, - тип хәбәр итә туристик гидтар. - Экскурсиялар май айында башлана". Аҫҡын мәмерйәһе Ғафури районында урынлашҡан. Ул төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәле булып тора.
Балаҡатай районы Нөгөш ауылынан яугир Илья Ведров 2-се дәрәжә "Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде. Ул мотоуҡсылар бригадаһында пилотһыҙ системалар ротаһында хеҙмәт итә. Илья Ведров махсус хәрби операция биләмәһендә 2022 йылдан, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре тураһында мәғлүмәттәр башбат.рф сайтында урынлаштырылған.
Рәсәй Президенты Владимир Путин терроризмға ҡаршы көрәшкә бөтә көстәрҙе тупларға саҡырҙы.
Иртәгә Өфөлә агроконференция уҙғарыла. Ул республикала яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеккә арнала. Айырыуса иғтибар ауыл хужалығы ерҙәрен һөҙөмтәле файҙаланыу, яғыулыҡ-майлау материалдары алыу, кадрҙар мәсьәләһенә, хужалыҡтарға дәүләт ярҙамын күрһәтеүгә була. Конференцияла 800-ҙән ашыу агросәнәғәт комплексы вәкиле ҡатнашыуы көтөлә.
✅ Беләһегеҙме? Һандуғас тауышын тыңлау нервы системаһын тынысландыра, баш ауыртыуын баҫа, бәхет гормондары бүленеүенә булышлыҡ итә. 🌿Шуға ла саф һауала йышыраҡ йөрөргә, тәбиғәттә булырға кәңәш итә белгестәр.
Балтаста тыл һәм хеҙмәт ветераны Миңленур Хөсәйенова 101 йәшен билдәләне. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев хәбәр итте. Миңленур Исхаҡ ҡыҙы ярты быуатҡа яҡын урындағы хужалыҡта эшләй. 36 йылдан ашыу сылбырлы трактор йөрөтә. "Миңленур апай артабан да имен-һау, яратҡан, ҡәҙерләгән яҡындары янында бәхетле ғүмер итеүен теләйем", - ти Балтас районы башлығы.
В уфимских «Соснах» открыли долгожданный детский сад – «Лесная сказка». В молодом, активно развивающемся микрорайоне живет много семей с детьми. И конечно, такой садик здесь был очень нужен. Его построили за счет бюджета города Уфы. Детсад рассчитан на 6 групп, в том числе ясельных – для детей с 2,5 лет. У ребят здесь есть все для полноценного развития – музыкальный и спортивный залы, кабинеты для дополнительных занятий. Работают медик и психолог. На территории оборудовали хорошую спортплощадку. Поздравляю воспитанников садика, их родителей. А всех педагогов благодарю за их важнейшую, очень ответственную работу. Несмотря на сложности с финансированием, свои обязательства перед жителями мы стараемся выполнять. В ближайшее время нам предстоит еще одно приятное событие – дадим старт работе поликлиники в селе Аскарово Абзелиловского района. В добрый путь!
Бөгөн Өфөлә шағирә Лариса Абдуллинаның яңы китабы менән таныштыралар. “Позывной Башкир” тигән йыйынтыҡ Мәскәүҙә 1 мең ярым данала баҫылды. Документаль проза махсус хәрби операция биләмәһендә булған ысын ваҡиғаларға нигеҙләнә. Автор һалдаттарҙың ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығын һүрәтләй. “2024 йылда Донбасҡа барып ҡайтҡандан һуң яҙылған очерктар шәлкеме китапҡа инде”, - ти Лариса Абдуллина.
108 мең кеше өмәгә сыҡты! Быйылғы тәүге яҙғы өмә республикабыҙҙа әүҙем үтте. Баш ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, киләһе өмәләр 11 һәм 25 апрелдә уҙа. 💚Һеҙҙең яҡтарҙа ҡар иреп бөттөмө?