tgindex
ЙӘМ✨
@yamle_ofoКрасотаказахский

Йәмле, йәнле яңылыҡтар. (йәм-ҡот, йәнгә йәм табыу) Красивые новости на башкирском языке. Йәм - уют, прелесть, красота Һылтанма: https://t.me/yamleofo

Последний пост
25 мая
Последнее чтение
15 авг.
Постов за неделю
0
Всего постов
21
Тип
открытый
Язык
казахский
Категория
Красота
В каталоге с
14 авг.
Подписчики
655
−1 за 1 дн.
Сутки
0
0,00%
Неделя
 
Месяц
 
Просмотров на пост
663
21 постов
Вовлечённость
101,2%
к подписчикам
Постов в день
0,0
всего 21
Упоминаний
0
каналов
Охват размещения
оценка
1/24сутки в ленте
1/48двое суток
1/72трое суток

Оценка по просмотрам недавних постов: пост набирает почти всё за первые сутки.

Посты

  • Онотолмаҫ мәктәп йылдары... 🎸 Видеояҙмала - Бөрйән районының Янһары ауылы. Авторы: Айгөл Йәмилова

  • Йырсы, музыкант Айҙар Исхаҡов Татарстандың баш ҡалаһында "Татар китабы" йортонда концерт үткәрҙе. Уның йырҙары беҙҙә генә түгел, күрше республикала ла бик популяр икән. Айҙар Исхаҡов башҡорт телендә блюз һәм соул жанрҙарында ижад итә. 2022 йылдан алып синглдар һәм альбомдар сығара, әлегә өс альбомы бар. Шул уҡ ваҡытта Айҙар Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле музыканты ла. Ҡайһы бер композицияларында ул блюз менән ҡурайҙы берләштереп музыкаль тәжрибәләр яһай. Видеола Айҙар Исхаҡов Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын һөйләй.

  • Популяр йырсы Арыҫлан Тимеровтың (BABY TI) ҡурайсы ла икәнен белә инегеҙме?! 🎼⭐ Башҡорт халыҡ йыры "Ҡара ат" Видео Ҡаҙағстанда төшөрөлгән. Афарин! 💯

  • "Мәрйәмем минең" йырының авторы - Бөрйән егете Сабитулла Хөснөтдинов. Ул күрше ауылға уҡытыусы булып эшкә килгән Белорет районы Һаралы ауылы ҡыҙы Мәрйәм Ҡаһармановаға ғашиҡ була. Мөхәббәтен йыр аша ғына сағылдырып өлгөрә егет: 22 генә йәшендә фажиғәле һәләк була. Сабит армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Йылайырҙа техникумға уҡырға инә. Йәштәрҙе ойоштора, төрлө даталарға концерттар ҡуя. Көнсөл кешеләр уның клубтан ҡайтҡанын аңдып тороп, егетте сәнсеп үлтерәләр. Видео: Азалия Райманова

  • Дәүләкән районының Мәкәш һәм Ҡоръятмаҫ ауылдарында «Нитрун» тигән ризыҡ бешерәләр. 🧇 Ситтәре тигеҙһеҙ итеп бешерелгән сөсө күмәс "Нитрун", йәғни "Не тронь!" тигән рус һүҙенән алынған. Атаманың бер версияһы табынға ултырырҙан алда ризыҡҡа тейергә ярамауын аңлатһа, икенсеһе уның үтә йоҡа, ыуалып төшөргә әҙер булыуына бәйле. 🔆 Нитрунды ипләп кенә өйөп, муҡсаға йәки сепрәк япмаға төрөп, ҡунаҡ килгәнсе өҫкә элеп ҡуйыр булғандар. Нитрун менән бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булған, Ҡоръятмаҫ ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлшат Шәйхетдинова шуларҙың береһе хаҡында байән итә. Иҙел Хәкимов яҙмаһы.

  • Айһылыу менән Ғайсар мөхәббәте❤ "Ай ҡыҙы" сериалының актерҙары Эльмира Юлдашева менән Азат Йыһаншин күп йылдар үткәс бер сәхнәлә, Эльмираның ижад кисәһендә.

  • Ҙур рәхмәт атайыма! ❤ Искәндәр менән Наҙлы Ғәбитовтарҙан рәхмәтле видеояҙма. Авторы- Ләйсән Еникеева.

  • 5 мар.715281

    "Өфө ҡалаһының Октябрь проспектындағы бер йортта оло шәхес һәм яҙыусыбыҙ Һәҙиә Дәүләтшинаның әсәһе Гөлйәүһәр инәй менән бергә йәшәнек. Уның квартираһы икенсе ҡатта, беҙҙеке дүртенсе ҡатта булды. Бик һөйкөмлө, йор һүҙле инәй ине ул. Ҡолаҡҡа ҡаты булды. Мин үҙ һорауҙарымды яҙып бирә торғайным. Ғәрәп, латин хәрефтәрен дә, үҙе әйтмешләй, "яңы әлифте" лә, яҡшы белде. "Һәҙиәнең әҫәрҙәрен юҡ итеп ҡуйырҙарынан ҡурҡып таныштарыма алып барып йәшерҙем. Шунан яңы әлиф менән яҙылғандарын берәм-берәм алып ҡайтып, ғәрәп хәрефтәренә күсереп яҙҙым. Күсергән берен Ҡөрьән араһына һала барҙым. Бер нисә тапҡыр тентеү яһанылар. "Улым үлде, кейәүем ғәйеп, ҡыҙым төрмәлә. Шул Ҡөрьәндән башҡа бер ни ҙә ҡалманы. Уныһына теймәгеҙ инде", — тип ялындым. Ҡалдырҙылар, теймәнеләр. Улар ни ғәрәпсәнең бөтәһен дә дини китап тип уйланылар ҙа ҡуйҙылар инде, рәхмәт төшкөрҙәре, — тигән булып ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. — Шулайтып байтаҡ әҫәрҙәре һаҡланып ҡалды. Төрмәнән сыҡҡас, үҙе лә ғәрәпсә яҙып дауам итте. Ғәрәпсә тип, шул иҫке төркисә инде. Хәрефтәре ғәрәпсә бит. Ул үлгәнсе мин үлһәм ине. Әллә күпме яҙмаларын тамамлай алманы балағынам..."  Ошондай әсәнән Һәҙиә апай һымаҡ таланттың тыуыуы ғәжәп түгел... Мәрйәм Бураҡаева, "Тормош һабаҡтары", VI класс өсөн дәреслек.

  • "Еҙнәкәй"ҙән фатиха 😇 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Еҙнәкәй" спектакленән һуң Салауат исемле егет һөйгәне Эвелинаға тәҡдим яһаған Ҡыҙ уға: «Эйе!», - тип яуап биргән. Туй килә, туй! ❤

  • Шунан, нисек унда оло тормош? Ә балаларың туған телдә һөйләшәме? 📹 Видео: Заһир Ишкинин.

  • “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы Зәлиә Нурлы халыҡ йырҙарынан торған альбом сығарҙы. “Ҙур хыялым тормошҡа ашты. Йырҙар тупланмаһын сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ тыуған яғын һағынғанда тыңлай ала. Бында халыҡтың хис-тойғолары, уй-ниәттәре, милләтебеҙҙең гүзәллеге сағыла”, - ти йырсы. Альбом “Рәхимә” тип атала.

  • 27 янв.929305из yamle_ofo

    "Әйтелмәгән мөхәббәтем" (Невысказанная любовь) ❤ Вәсилә Фәттәхова менән Айҙар Ғәлимов башҡарыуында популяр йыр. Көйөн Вәсилә Фәттәхова яҙған.

  • Бөгөн билдәле йырсы Вәсилә Фәттәхованы иҫкә алалар. Уның вафатына теүәл ун йыл.

  • 12 янв.1 08024

    #йәмлефото «HAZINA» этно-проекты етәксеһе, музыкант Земфира Рәшитова. Бөгөн ул әсәй булған!👏

  • "Әйтерһең дә шул дәүергә әйләнеп ҡайттым..." Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының йәш актеры Байегет Мөхәрләмов 70-се йылдарҙағы стилдә кейенеп яңы клип тәҡдим итте. Килештерәме? 😍 Минең менән тормош һуҡмағынан Риза булырһыңмы үтергә? Айырылғанда вәғәҙә бирерһеңме Ҡабат ҡайтыуымды көтөргә?

  • Айтуған Фәттәховтан йәнә бер йәмле видео. ❄❄❄ Әбйәлил районынан фермер-блогер дөйәләр ҙә үрсетә.

  • Һин — ғүмер ағыштарым, Һин — минең һағыштарым, Һин — минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым. Һин — минең һағыштарым 💔 Видео: Алтынай Ҡасимова.

  • 8 янв.773191

    Ҡышҡы ауыл💫 Видео: Ильмира Хәбибуллина

  • Шәйехзада Бабич портреты. 🎨Рәссам - Марат Байназаров

  • 2 янв.925448

    Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! ✍🏻 Аталы-ҡыҙлы Азамат менән Ләйлә Мөхәмәтйәновтар Мифтахетдин Аҡмулланың билдәле шиғырын яттан һөйләй. Афарин! 👏