"Йәшлек" гәзите - рәсми хәбәрҙәр
СтатистикаБашҡортостан Республикаһы йәштәре гәзитенең рәсми телеграмм-каналы. Бында гәзиттең сайтындағы мәҡәләләргә һылтанмалар, яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы фотолар ҡуйыласаҡ, аралашыу мөмкинлеге лә ҡаласаҡ.
- Последний пост
- 30 июн.
- Последнее чтение
- 14 авг.
- Постов за неделю
- 0
- Всего постов
- 24
- Тип
- открытый
- Язык
- казахский
- В каталоге с
- 12 авг.
- 1/24сутки в ленте
- —
- 1/48двое суток
- —
- 1/72трое суток
- —
Оценка по просмотрам недавних постов: пост набирает почти всё за первые сутки.
Посты
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан «Салауат» йәмғиәте коллективы директор Таһир Бәхтигәрәев етәкселегендә Әбйәлил районының Дәүләт ауылында йәшәүсе Нурзилә Исламғолованың хәлен белергә барҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2024 йылда ҡыҙ бала янғын фажиғәһендә ауыр йәрәхәт алғайны. Ул үҙенең бәләкәй һеңлеләрен ҡотҡарғанда тәне бешкән. Күп операция үткәргәндән һуң барлыҡҡа килгән ҡатмарлыҡ арҡаһында Нурзилә йөрөү һәләтен юғалта һәм оҙайлы, етди реабилитацияға мохтаж була. РМК-ның Хәйриә фонды һәм «Салауат» йәмғиәте ярҙамы менән Нурзилә Екатеринбург ҡалаһындағы Волкова клиникаһында дауалана һәм тергеҙеү курсы үтә. Табиптарҙың юғары һөнәрилеге, иғтибары һәм хәстәрлеге ысын мәғәнәһендә мөғжизә тыуҙыра – ҡыҙ яңынан үҙ аллы йөрөй башлай. Бөгөн Нурзилә ғаиләһенең һөйөүе һәм хәстәрлеге менән уратып алынған тыуған йортонда йәшәй. Ата-әсәһе Гөлсибәр һәм Юлдаш Исламғоловтар дүрт бала тәрбиәләй. Осрашыу барышында Нурзилә үҙенең уҡыуҙағы уңыштары һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. – Мин дүртенсе класты тик “бишле” билдәләренә генә тамамланым! – тип шатлығы менән уртаҡлашты ул. Әңгәмә ваҡытында Таһир Тимербай улы ҡыҙҙың һаулығын тергеҙеү барышы менән ҡыҙыҡһынды, әсәһе Гөлсибәр Исламғолова менән киләсәктә кәрәк буласаҡ ярҙам мәсьәләләрен дә ҡараны. – Июнь айында ҡабаттан тикшерелергә йыйынабыҙ. Табиптар Нурзиләнең һаулыҡ торошон баһалап, уны артабан реабилитациялау буйынса тәҡдимдәр бирәсәк, – тине әсәһе. Осрашыу аҙағында компания вәкилдәре Исламғоловтар ғаиләһендәге бөтә балаға ла бүләктәр тапшырҙы һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле бала саҡ һәм яҡты киләсәк теләне. https://ye102.ru/news/mahsus/2026-06-05/izgelek-er-yatyp-alma-4736126
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан «Салауат» йәмғиәте коллективы, директор Таһир Бәхтигәрәев етәкселегендә Дәүләт ауылында йәшәүсе Нурзилә Исламғолованың хәлен белергә барҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда ҡыҙ бала янғын фажиғәһендә ауыр йәрәхәт ала. Ул үҙенең бәләкәй һеңлеләрен ҡотҡарғанда тәне бешә. Күп операция үткәргәндән һуң барлыҡҡа килгән ҡатмарлыҡ арҡаһында Нурзилә йөрөү һәләтен юғалта һәм оҙайлы, етди реабилитацияға мохтаж була. РМК-ның Хәйриә фонды һәм «Салауат» йәмғиәте ярҙамы менән Нурзилә Екатеринбург ҡалаһындағы Волкова клиникаһында дауалана һәм тергеҙеү курсы үтә. Табиптарҙың юғары һөнәрилеге, иғтибары һәм хәстәрлеге ысын мәғәнәһендә мөғжизә тыуҙыра — ҡыҙ яңынан үҙаллы йөрөй башлай. Бөгөн Нурзилә ғаиләһенең һөйөүе һәм хәстәрлеге менән уратып алынған тыуған йортонда йәшәй. Ата-әсәһе Гөлсибәр һәм Юлдаш Исламғоловтар дүрт бала тәрбиәләй. Осрашыу барышында Нурзилә үҙенең уҡыуҙағы уңыштары һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. «Мин дүртенсе класты тик “бишле” билдәләренә генә тамамланым!» — тип шатлығы менән уртаҡлашты ул. Әңгәмә ваҡытында Таһир Тимербай улы ҡыҙҙың һаулығын тергеҙеү барышы менән ҡыҙыҡһынды, әсәһе Гөлсибәр Исламғолова менән киләсәктә кәрәк булыуы мөмкин булған ярҙам мәсьәләләрен дә ҡараны. «Июнь айында ҡабаттан тикшерелергә йыйынабыҙ. Табиптар Нурзиләнең һаулыҡ торошон баһалап, уны артабан реабилитациялау буйынса тәҡдимдәр бирәсәк», — тине әсәһе. Осрашыу аҙағында компания вәкилдәре Исламғоловтар ғаиләһендәге бөтә балаға ла бүләктәр тапшырҙы һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле бала саҡ һәм яҡты киләсәк теләне.
Яңы уҡыу йылына спорт залы төҙөләсәк "Салауат" компанияһынан - яңы объект. Әбйәлил районының Михайловка урта мәктәбе уҡыусылары яңы уҡыу йылы башланыуын түҙемһеҙлек менән көтәсәк. Ни өсөн тиһегеҙме? Әлеге ваҡытта спорт залы булмағас, физкультура дәрестәре белем усағының коридорында йәки көн аяҙ булғанда мәктәп биләмәһендә үтә. Бына, ниһайәт, нисә йылдар оло проблема булған мәсьәләне хәл итеү юлы табылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Тура бәйләнеш”тә урындағы мәктәп директоры Елена Ғилманова 2020 йылдан авария хәлендә булған спорт залын ремонтлауҙа ярҙам һорағайны. Күп ваҡыт та уҙманы: “Тура бәйләнеш”тә күтәрелгән мөрәжәғәт буйынса «Салауат» компанияһы һәм предприятиеның партнеры - Рус баҡыр компанияһы ярҙам вәғәҙәләне. Улар спорт залы торошон тикшергәндән һуң ремонтлау урынына мәктәп янында өр-яңы спорт объекты төҙөргә ҡарар итә. РМК-ың хәйриә фонды төҙөлөштө финанслауҙы үҙ өҫтөнә ала. Апрель айында ауылдың үҙәгендә, мәктәп менән мәҙәниәт усағы араһындағы майҙансыҡта әҙерлек эштәре башланды. Бер нисә айҙан был урында заманса объект барлыҡҡа киләсәк. Ошо көндәрҙә уңышлы партнерлыҡ өс яҡлы килешеү менән нығытылды. Мөһим документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһында Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев, «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев, РМК-ның хәйриә фонды етәксеһе Мария Горшкова һәм «Урал төҙөлөш идаралығы» ЯСЙ-һы директоры Станислав Тарасюк ҡатнашты. Өс яҡлы килешеү ярҙамында өр-яңы социаль проект тормошҡа ашырыласаҡ. Рәсми өлөштән һуң делегация Михайловка ауылына йүнәлде. Бында буласаҡ спорт залы нигеҙе ташына ваҡыт капсулаһы һалынды. Киләһе быуындарға арналған хатты егерме йылдан һуң ғына асып уҡыясаҡтар. Тантаналы сараға мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы килде. Иҫтәлекле ваҡиғала ҡатнашыусыларҙы муниципалитет башлығы Айрат Әминев сәләмләне: - Республика етәксеһе Радий Хәбировҡа тура линияға мөрәжәғәт итеүгә күп ваҡыт та үтмәне, ауыл халҡын, мәктәп коллективын нисә йылдар борсоған проблема сиселеш тапты. Инвесторҙарыбыҙға рәхмәт - улар районға әүҙем ярҙам итә һәм кәрәкле проекттарҙы тормошҡа ашыра. Буранғол мәктәбенең интернатына капиталь ремонт, “Ирәндек” балалар ял лагерына заманса спорт майҙансығы һәм тағы бихисап эштәр – улар менән емешле хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе, - тине Айрат Зиннәт улы. - Бөгөн беҙ яңы объектҡа старт бирәбеҙ - нигеҙ ташы һәм ваҡыт капсулаһын һалабыҙ. Был капсулаға беҙ үҙебеҙҙең изге теләктәребеҙҙе яҙҙыҡ, йәш быуындар уларҙы уҡыр. Заманса спорт залы Михайловка ауылына йәм биреп, сәләмәт йәшәүгә ынтылыш үҙәге булып торһон. Шуныһы мөһим, бында уҡыусылар ғына түгел, ауыл халҡы ла спорт менән шөғөлләнә аласаҡ. РМК-ның хәйриә фонды етәксеһе Мария Горшкова ла ихлас теләктәрен юлланы. - Рус баҡыр компанияһы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе – йәш быуынды спортҡа йәлеп итеү һәм бының өсөн тейешле шарттар булдырыу.Беҙҙең компанияСиләбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре һәм Хабаровск крайында бик күп спорт объекттары төҙөнө. Киләһе социаль проектты тап һеҙҙә – Михайловка ауылында тормошҡа ашырырға теләйбеҙ.Яңы физкультуразалы балаларҙың сәләмәтлеген нығытырға һәм спортта ҙур еңеүҙәр яуларға ярҙам итер тип ышанам. Тантаналы сарала «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев сығыш яһаны. - Михайловка ауылында ышанслы партнерыбыҙ – Рус баҡыр компанияһының хәйриә фонды ярҙамы менән заманса физкультура залы төҙөләсәк. Уларға кәрәкле объектты финанслауҙағы ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа тарихи ваҡиға шаһиттары буласаҡбыҙ, спорт залы нигеҙенә тәүге таш һалынасаҡ, - тип белдерҙе Таһир Тимербай улы. - Яңы физкультура залы Әбйәлил районының ғорурлығына әйләнеренә шигем юҡ. Бында спорт ҡаҙаныштарына мөмкинлектәр асыласаҡ һәм буласаҡ чемпиондар үҫәсәк. https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-05-13/ya-y-u-yu-yylyna-sport-zaly-t-l-s-k-4684797
Беҙ ултыртҡан ағастар урман булып шаулар Ете гектарҙа 14 мең төп ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Матур яҙғы көндә Әбйәлил районының Буранғол ауылы биләмәһендә ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Урман тергеҙеү буйынса акцияны “Салауат” компанияһы ойошторҙо: предприятие геологик эҙләнеүҙәр барышында Буранғол биләмәһе ерҙәрендә ҡырҡылған ағастар урынына тап шул биләмәлә өмә үткәрҙе. Сарала республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров, предприятие директоры Таһир Бәхтигәрәев, райондың күҙәтеү советы ағзалары Хәлил Рәхмәтуллин, Динир Әхмәтйәнов һәм Таңсулпан Йомағужина ҡатнашты. Таһир Бәхтигәрәев иң тәүҙә сараға йыйылыусыларҙы сәләмләп, акцияның маҡсатын аңлатып үтте: - Беҙҙең предприятие тәбиғәтте һаҡлау закондары талаптарына ярашлы эш алып бара. “Салауат” ЯСЙ-һы өсөн урманды тергеҙеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыу мөһим. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, һәр ҡырҡылған ағас өсөн беҙҙең предприятие урман хужалығы күрһәткән урында яңы ағастар ултыртасаҡ тип вәғәҙә биргәйне. Бына әйткән һүҙебеҙҙә торҙоҡ, беҙ ете гектарҙа ҡарағай үҫентеләре ултыртасаҡбыҙ. Эшебеҙ бының менән генә тамамланмаясаҡ, өс йыл дауамында үҫентеләр ныҡлап тамыр йәйһен өсөн уларҙы тәрбиәләйәсәкбеҙ, - тине Таһир Тимербай улы. - “Салауат” компанияһы инициативаһын ҡуш ҡуллап хупланыҡ, урман ҡануниәтен күҙәтеп эшләгән шундай яуаплы предприятиелар күберәк булһын ине. Урманды тергеҙеү сараһында бөтәһе 7-8 гектарҙа ҡарағай үҫентеләре ултыртыласаҡ. Был бик яҡшы, - тип билдәләне министр урынбаҫары Альберт Закиров. Йыл һайын республикала ағас ултыртыу буйынса төрлө акциялар, өмәләр гөрләп үтә. Ауылдарҙы йәшелләндереү, яңы скверҙар, аллеялар булдырыу буйынса әүҙем эш бара. Мәҫәлән, «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә бөтә быуын Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү һәм төбәктең урмандарын тергеҙеүгә өлөш индерелә. Канчал тауының иң бейек үрендә күңелле өмә гөрләне. Әбйәлил урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин йәм-йәшел генә үҫентеләрҙең Ҡырҙас питомнигында үҫтерелеүен әйтте. Улар яңы технология буйынса бер йыл элек махсус тупраҡҡа сәселгән, шунлыҡтан ерегеп үҫеп китеү мөмкинлеге ҙур. Ҡырҙас лесничествоһы һәм питомнигы хеҙмәткәрҙәре урман тергеҙеү буйынса өмәлә тос өлөш индерҙе. Урман мастеры Рифат Баймөхәмәтов етәкселегендә Рәшит Ноғоманов, Рәмил Мофаззалов, Азамат Йыһануров, Динир Суфиянов, Рәдиф Ғәлимйәнов, Раил Ильясов изге эштә әүҙем ҡатнашты. “Салауат” компанияһы хеҙмәткәрҙәре, урмансылар, яҡын-тирә ауылдар халҡы ҡатнашлығында бер гектарҙа ике мең төп ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Ҡалған майҙандарға Әбйәлил урмансылығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре ултыртасаҡ. Райондың күҙәтеү советы ағзаһы Динир Әхмәтйәнов предприятиеның закондарҙы күҙәтеп эшләүе, геологик разведка эштәре барышында ҡырҡылған ағастар өсөн урманды тергеҙеү сараһын хуплауын белдерҙе. Буранғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фуат Мәхмүтов та өмәнән ситтә ҡалманы. - Беҙ бала саҡтан ағас ултыртыу өмәләрендә ҡатнашып үҫкән быуын. Боронғолар бер ағас йыҡһаң, урынына икене ултырт тигәндәр бит. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш маҡсатында ойошторолған сара бик оҡшай. Беҙ ултыртҡан ағастар шаулап үҫеп китһен, - тигән теләктәрен еткерҙе Фуат Шәрәфетдин улы. https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-04-29/be-ultyrt-an-a-astar-urman-bulyp-shaular-4670191
-“Салауат” компанияһы инициативаһын ҡуш ҡуллап хупланыҡ, урман ҡануниәтен күҙәтеп эшләгән шундай яуаплы предприятиелар күберәк булһын ине. Урманды тергеҙеү сараһында бөтәһе 7-8 гектарҙа ҡарағай үҫентеләре ултыртыласаҡ. Был бик яҡшы, - тип билдәләне БР урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров. Тулыраҡ сайтта: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-04-29/be-ultyrt-an-a-astar-urman-bulyp-shaular-4670191
«Ғилем» саҡыра белем үрҙәренә» Сайтта: https://ye102.ru/articles/obrazovanie/2026-04-10/ilem-sa-yra-belem-r-ren-4671411
Йондоҙнамә (27 апрель – 3 май) Ылаҡ ( 22.12 – 20.01) Һеҙҙең тирәләге хәлдәр үтә иғтибарлы булыуҙы талап итәсәк. Яҡын киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы йондоҙҙар әлегә сер итеп һаҡларға ҡуша. Сығымдарығыҙҙы ла күҙәтеү кәрәктер. Был бигерәк тә кесе йомаға ҡағыла. Ҡалғаны ошо ссылка буйынса ⏬ https://max.ru/yeshlek_gazite/AZ3GO7AAY3Y
Гәзитебеҙгә арзаныраҡҡа яҙылып өлгөр! Бөгөн, 6 апрелдә «Йәшлек» гәзитенә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу декадаһы башланды! Яратҡан гәзит-журналдарығыҙға 16 апрелгә тиклем арзан хаҡҡа -10% ташлама менән яҙылырға мөмкин. Ике ысул менән яҙылырға була: • Рәсәй Почтаһының бүлексәһендә; • Рәсәй почтаһы сайтында - онлайн. Бының өсөн «Подписка» бүлегендә гәзит йәки журналды һайларға кәрәк. Шулай уҡ баҫма һәм электрон версияны ла. Һәр ваҡыттағыса, яҙылыусылар араһында файҙалы һәм ҡиммәтле бүләктәр уйнатабыҙ. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ – «Йәшлек»кә яҙылғандарға - везет! Йыл һайын тиҫтәләгән уҡыусыбыҙ редакцияның, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто Акционерҙар йәмғиәтенең елле-елле бүләктәрен отоп һөйөнә. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡырмағыҙ! https://ye102.ru/news/pd/2026-04-06/g-zitebe-g-ar-anyra-a-ya-ylyp-lg-r-4640822
Блокировка Телеграма уже началась, — пишет Коммерсантъ В мессенджере не грузит даже обычные сообщения На всякий случай подпишитесь на канал "Йэшлек" (просто продублируйте подписку)
Из 1,5 тысячи садовых товариществ, которые есть в Башкортостане, нашу деятельную поддержку получили уже больше трети. Эту работу на системном уровне мы запустили в 2022 году. Тогда же провели первый в республике форум для садоводов и огородников «СМАРТ-садовод». А сегодня это мероприятие прошло уже в 5-й раз. За это время мы вложили в поддержку СНТ почти 800 млн рублей. Где-то отремонтировали подъездные дороги. Где-то решили вопросы с внутренней инфраструктурой – водоснабжением, противопожарной безопасностью, установкой контейнеров для ТКО. Есть проблемы с электроснабжением – их тоже постепенно прорабатываем. Ежегодно выделяем гранты лучшим СНТ. По поручению нашего Президента Владимира Владимировича Путина продолжаем догазификацию СНТ. Это ключевой принцип нашей работы – даже если решить задачу сразу не получается, нужно стараться делать это шаг за шагом. Не останавливаться, как бы трудно ни было. Для кого-то из наших жителей свой огород – это материальное подспорье, для кого-то – важная часть семейного досуга. Поддержку садоводов в республике мы обязательно продолжим, несмотря на сложные времена. И усилим, как только появится такая возможность.
В соседних с нами Татарстане, Удмуртии и Пермском крае впервые объявили режим «Ракетная опасность». Такой сигнал подается для предупреждения населения о возникшей непосредственной угрозе ракетной или авиационной опасности поражения противником города с воздуха. 🔥🔥🔥 Йәшлек"те МАХ-та уҡы! ⏬ https://max.ru/yeshlek_gazite
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-02-26/hyyaldar-tormosh-a-asha-4594109
Работа для настоящих патриотов! Заключи контракт и получи от 3,9 млн рублей за первый год службы. Звони по бесплатному номеру 122
"Быпылыа" хәүефе тип мобиль интернет юҡ! "Йәшлек"те МАХ-та уҡы ⏬ https://max.ru/yeshlek_gazite
Роскомнадзор телеганы туҡтата, "Йәшлек"те МАХ-та уҡы ти бынау собак ⏬ https://max.ru/yeshlek_gazite
Иғтибар! «Тура бәйләнеш»кә һорауҙар көтәбеҙ! «Йәшлек» гәзите редакцияһы 11 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-лә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина менән «тура бәйләнеш» ойоштора. Хөрмәтле уҡыусылар! Һеҙ 8 (347) 273-46-38 телефоны буйынса шылтыратып, «Бәйләнештә» селтәрендә төркөмөбөҙгә, гәзиттең электрон почтаһына – уе02@yandeх.ru һорауҙарығыҙҙы ебәрә алаһығыҙ. Шулай уҡ ватсап, телеграм, мах-ҡа 8 937 169 4513 телефоны буйынса ла ебәрергә була.
без подписи
без подписи
без подписи
Это мое седьмое Послание Главы Башкортостана, которое я слушал в качестве, так скажем, чиновника. В этом году выступление Радия Фаритовича с первых минут и до самого завершения вызвало по-настоящему сильные эмоции. Отозвалось каждым словом. Отдельно отмечу ключевые приоритеты и поручения, которые команда Правительства получила в ходе Послания. Помимо наращивания боеспособности, таких, как развитие отрасли БПЛА, предпринимаем конкретные шаги по поддержке участников СВО и их семей. Напомню, сегодня у нас 55 мер поддержки для бойцов и их близких. Почти 8 тысяч ребят прошли реабилитацию, большая работа ведется по адаптации вернувшихся. Более 9 тысяч человек мы пролечили в санаториях. ✅ Эту программу продолжим. На базе санатория «Талкас» будет создан центр лечения и реабилитации для участников СВО и их семей. ✅ В всех муниципалитетах появятся Центры поддержки участников СВО и членов их семей. За их работу будет отвечать Департамент по вопросам поддержки участников специальной военной операции и членов их семей. ✅ За Минтруда, Минцифры и ЦУРом Башкортостана – создание единой цифровой платформы и панели управления для планирования и анализа мер поддержки участникам СВО и членам их семей. ✅ Важная роль отводится Ассоциации участников СВО и ее местным отделениям. Эту работу мы должны поддержать, в том числе финансово. ✅ Еще одно важное поручение от Главы республики - определить источники финансирования и начать работу по проектированию мемориалов участникам СВО. Уже принято решение о создании такого мемориала в Уфе на площади Зорге. ✅ Далее. Башкортостан вносит большой вклад в укрепление оборонно-промышленного комплекса. Наши предприятия выполняют все задачи по обеспечению боеспособности нашей армии. Все они в центре нашего внимания. Готовим предложения по присвоению наиболее отличившимся ордена генерала Шаймуратова. ✅ Для защиты от террористических атак врага с Минпромом будем расширять перечень защищаемых объектов и предприятий республики, представим их на ближайшем заседании Оперативного штаба. По всем задачам и поручениям, поставленным в Послании, Правительство берет на себя ответственность - сделать все максимально быстро и качественно. При этом по-прежнему главное для нас – качество жизни жителей Башкортостана, здесь мы держим баланс и ни одну по-настоящему важную социальную программу не сворачиваем. Продолжаем строить, планировать, поддерживать. По многим показателям лидируем. Поставленные нашим Президентом национальные цели тоже получается выполнять. Это отметил сегодня и руководитель республики. В Послании Главы прозвучали ключевые слова - неравнодушие и консолидация. Их сегодня особенно важно помнить. В том числе нашим противникам: Башкортостан был и остаётся одним из ключевых опорных регионов страны. Так было в истории, так есть и сегодня. Мы действуем сообща, одной командой, и последовательно работаем ради общей Победы.