- Последний пост
- 23 мар.
- Последнее чтение
- 15 авг.
- Постов за неделю
- 0
- Всего постов
- 28
- Тип
- открытый
- Язык
- казахский
- В каталоге с
- 12 авг.
- 1/24сутки в ленте
- —
- 1/48двое суток
- —
- 1/72трое суток
- —
Оценка по просмотрам недавних постов: пост набирает почти всё за первые сутки.
Посты
без подписи
Үрге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре, изге айҙа теләктәрен теләп сираттағы 57-се масксетканы үреп бөттөләр. Был сетка материалдарын һатып алыуға һәр саҡ матди ярҙам күрһәтеүсе ауылдаштарға, яҡташтарға, сетка үреүсе ағинәйҙәргә ҙур рәхмәт. Гел шулай бергә берҙәм булһаҡ, әҙ генә булһа ла еңеүгә үҙ өлөшөбеҙҙе индерербеҙ. Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килһен, Аллаһ бирһә!
✳️ ҒӘЙЕТ ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ? "Кем Ғәйет төнөн йә иһә ике Ғәйет төнөн дә терелтә, шуның йөрәге бүтән йөрәктәр үлгәндә үлмәйәсәк", — тигән һүҙҙәр килеп етте миңә", — тип әйткән ҒәбдүЛлаһ ибн әл-Мөбәрәк (181 й.). 📚 "Әл-Бирр үәс-Сылә", Хөсәйен ибн Хәрб, 63. Иң башта: ә төндәрҙе нисек терелтәләр? Бүтәндәр йоҡлағанда, ял иткәндә, тәмле йоҡоңдо ҡалдырып, Аллаһ ризалығы өсөн тип нәфел намаҙҙар ҡылып, Ҡөрьән уҡып, һәм ихлас доға-зикерҙәр әйтеп — төндәрҙе бына шулай терелтәләр. Ике Ғәйет — Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан байрамы төндәрен ғибәҙәттәр менән биҙәүҙе ғалимдарыбыҙ маҡтаулы ғәмәл һанай. Тик шундай шарт менән: бөтә ғибәҙәттәрҙе лә һәр кем үҙ өйөндә, яңғыҙы ғына йә яҡындары менән генә ҡылырға тейеш. Бының өсөн махсус мәсеттәрҙә йыйылыу, ниндәйҙер махсус зикерҙәр әйтеп, махсус намаҙҙар уҡыу тыйыла. Улар бидәғәт — йәғни, дингә унда булмағанды индереү булып тора. Шулай уҡ, Ғәйет төнө тураһында әш-Шәфиғи имамдың (204 й.) шундай һүҙҙәре бар: "Беҙгә, доғалар ошо биш төндә ҡабул була, тип килеп етте. Ул төндәр: 🌙 йома төнөндә, 🌙 Ҡорбан ғәйете төнөндә, 🌙 Ураҙа ғәйете төнөндә, 🌙 Рәджәб айының тәүге төнөндә, 🌙 һәм шәғбәндең уртаһындағы төндә". 📚 "Әл-Үмм", әш-Шәфиғи, 1/264. 🔴 Быйылғы Ураҙа ғәйетенең төнө 19 буранайҙан (19 марттан) 20-һенә ҡараған төнгә тура килә. Мөслимә яҙмалары төркөмөнән
Сегодня работаю в Москве. Начинается заседание Генерального совета партии «Единая Россия». Главная тема повестки – начало выборов. Мы плавно начинаем входить в кампанию 2026 года по выборам депутатов Госдумы России. Всем удачи!
☝Фытыр саҙаҡаһы тураһында Ураҙа байрамы көнөндә йәмәғәт менән ғәйет намаҙы уҡыла икәнен барығыҙ ҙа беләһегеҙҙер. Тап шул намаҙ алдынан фытыр саҙаҡаһы таратылырға тейеш. Уны өйөндә бер генә көнлөк һәм төнлөк ризығы булған мосолман да бирергә бурыслы. Бер хәҙистә: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ фытыр саҙаҡаһы итеп бер сағ хөрмәне йәки бер сағ арпаны һәр мосолманға – ҡолға ла, азат кешегә лә, иргә лә, ҡатынға ла, олоға ла, кесегә лә – фарыз ҡылды”, – тиелгән (әл-Бохари йыйынтығынан сахих хәҙис). Ҡайһы бер сәхәбәләр: “Пәйғәмбәр ﷺ арабыҙҙа булған саҡта беҙ фытыр саҙаҡаһын бойҙайҙан, хөрмәнән, арпанан, йөҙөмдән йә эремсектән бер сағ итеп сығара торғайныҡ”, – тип әйтеп ҡалдырған (әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан). Бер сағ – ул бөртөклө әйберҙәрҙең 4 ҡуш усҡа һыймалы миҡдары; ауырлығы 2,2 – 3,3 кг килеп сыға. Аңлашылыуынса, фытыр саҙаҡаһы итеп урындағы халыҡ ашаған ниндәй булһа ла ризыҡты алырға мөмкин. Хәҙерге мосолмандар фытырҙарын аҡсалата бирергә күнеккән, ләкин ғалимдарҙың күбеһе уны ризыҡлата өләшеү дөрөҫөрәк тип иҫәпләй. Әгәр ғаилә биш кешенән торһа, һәр береһенән берәр сағ ярма тапшырылырға тейеш тип һанаһаҡ, 15 килограмм тирәһе ярманы мохтаждарға таратырға кәрәк буласаҡ. Әлегә тыумаған бала өсөн фытыр фарыз булмаһа ла, уның өсөн биреп ҡуйыу хуплана. Кемдер Рамаҙан айының һуңғы көнөнә тиклем вафат булып ҡалған икән, уның исеменән саҙаҡа бирергә кәрәкмәй. Фытырҙы Рамаҙан айы бөтөүгә бер-ике көн ҡалғас та өләшә башларға мөмкин. Хәҙистә бәйән ителеүенсә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ был саҙаҡа хаҡында: “Кемдер ғәйет намаҙынан алда тапшырып ҡуйһа, ул ҡабул булған зәкәт тип һаналыр, ә кемдер намаҙҙан һуң бирһә, ҡәҙимге саҙаҡа булыр”, – тигән (Әбү Дауыт һәм Ибн Мәджәһ йыйынтыҡтарынан). Тимәк, фытырҙы үҙ ваҡытында, йәғни ғәйет намаҙы тамамланғанға тиклем тапшырып өлгөрмәгән кеше, һуңлағаны өсөн тәүбә ҡылып, аҙаҡ, һуң булһа ла, биреп ҡуйырға тейеш. Фытырҙы бирергә мөмкин булған һигеҙ төркөм бар: 1) фәҡирҙәр, йәғни бер нәмәһе лә булмаған кешеләр; 2) мөлкәтһеҙҙәр – мохтажлыҡ кисереүселәр, әммә уларҙың матди хәле тәүгеләрҙекенә ҡарағанда яҡшыраҡ; 3) урындағы имам тарафынан зәкәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кеше; 4) дин юлында дәғүәт алып барыусылар; 5) иреккә сығарыу маҡсаты менән ҡолдарҙы йәки әсирҙәрҙе һатып алыусылар; 6) шәриғәт ҡанундарына ярашлы рөхсәт ителгән әйберҙәргә йәки икенсе берәй кеше өсөн матди бурыс алып, унан ҡотолоу юлын тапмаусылар; 7) изге һуғышта ҡатнашыусылар; 8) мосафирҙар, йәғни, сит илдә тороп ҡалып, йәшәү сығанағы булмаған юлсылар. Ғәҙәттә, ғаилә башлығы саҙаҡаны үҙ ҡарамағында булғандарҙың барыһы өсөн дә түләй. Шулай ҙа балаларығыҙ ололарҙың эшендә ҡатнашһа, бик хуп. Улар, фытырҙың һәр кемдән тейеш икәнен белеп ҡалһа, моғайын, мохтаждарға ярҙам итеүгә үҙҙәре теләп өлөш индерер. Йыйып барған аҡсаһын изге эшкә тотонорға ҡарар итһәләр, тыймағыҙ. Йомартлыҡтың, мәрхәмәттең тәүге үҫентеләре бит ул. Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең тәрбиәгеҙ емештәренән риза булыр. ✍ Әбү Әхмәт хәҙрәт.
ҺӘР ЭШТЕҢ ҮҘ ТӘРТИБЕ БАР‼ ‼ БЕРЕНСЕ БУЛЫП СӘЛӘМ БИРЕҮ. Сәләмләшеүгә динебеҙҙә ҙур әһәмиәт бирелә. Мәҫәлән, Пәйғәмбәрҙән ﷺ: «Бер-береһе менән күрешкән ике кешенең ҡайһыһы беренсе булып сәләм бирә?» ‒ тип һорағандар. «Аллаһҡа яҡынырағы», ‒ тип яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ. ﷺ. 🔹 «Әссәләмү ғәләйкүм» тигән өсөн – 10, 🔹 «Вә рахмәтуллааһи!» тип өҫтәгән өсөн – 20, 🔹 «Әссәләмү ғәләйкүм вә рахмәтуллааһи вә бәрәкәтүһ!» тип сәләм биргән өсөн иһә 30 сауап яҙыла, ти Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Мәғәнәһе: «Һеҙгә сәләм, Аллаһтың рәхмәте һәм бәрәкәте булһын!» ‼ КҮРЕШКӘНДӘ ҠУЛ БИРЕШЕҮ. Бер-береһе менән ҡул бирешеп күрешкән ике мосолман хушлашып айырылғанға тиклем уларҙың кесе гонаһтары бер-бер артлы юйыла (юҡ була), ти. ‼ Мосолмандарға ЯҠШЫЛЫҠ ТЕЛӘҮ. «Үҙендә күрергә теләгән яҡшылыҡты диндәге ҡәрҙәшеңә лә теләй башламайса, берегеҙҙең дә иманы камил булмаҫ», ‒ тиелә хәҙистә. ‼ МОСОЛМАНДАР ӨСӨН ДОҒА ҠЫЛЫУ. 🔹 Бер мосолман икенсе мосолман ишетмәгәндә уның өсөн доға ҡылһа, доғаһы яуапһыҙ ҡалмаясаҡ, ти. 🔹 Кеше берәр дин ҡәрҙәше өсөн Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылһа, уға беркетелгән фәрештә: «Амин, һиңә лә шулай булһын!» ‒ тип әйтә. ‼ БӨТӘ МӨЭМИНДӘРҘЕ ҒӘФҮ ИТЕҮЕН ҺОРАП, АЛЛАҺҠА ДОҒА ҠЫЛЫУ. Бөтә мөэмин ирҙәрҙе һәм мөэминә ҡатындарҙы ғәфү итеүен һорап Аллаһҡа доға ҡылған кешегә һәр мөэмин ир һәм һәр мөэминә ҡатын өсөн берәр һауап яҙыласаҡ, тиелә. ‼ ЮЛДАРҘЫ ТАҘАРТЫУ. «Юлда ҡамасаулап ятҡан агасты ситкә алып ташлаусы кешенең Ожмахта шул ағас күләгәһендә ултырғанын күрҙем», ‒ тигән Аллаһ рәсүле ﷺ. ‼ БӘХӘСЛӘШЕҮҘЕ ҺӘМ АЛДАШЫУҘЫ ҠАЛДЫРЫУ. Аллаһ рәсүле ﷺ: «Үҙе хаҡлы булһа ла, бәхәсләшеүҙе ҡалдырған кешегә Йәннәт ситенән йорт вәғәҙә итәм. Шаяртҡан саҡта ла алдашмаған кешегә Йәннәт уртаһынан йорт вәғәҙә итәм», ‒ тигән. ‼️АСЫУҘЫ ТЫЙЫУ. Асыуын тышҡа сығарырға мөмкинлеге булып та, уны тыя алған кешене Ҡыямәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә бөтә мәхлүктәр алдына саҡырып сығарасак һәм уға йәне теләгән хур ҡыҙын һайлап алырға мөмкинлек бирәсәк, ти. ‼ МӘРХҮМДӘРҘЕ ЯҠШЫ ЯҠТАН ИҪКӘ АЛЫУ. 🔹 Үлгәндән һуң берәрһе хаҡында яҡшы һөйләһәләр - уның өсөн ОЖМАХ тейешле булыр, 🔹 насар һөйләһәләр- ТАМУҠ тейешле булыр, сөнки КЕШЕЛӘР – АЛЛАҺТЫҢ ЕРҘӘГЕ ШАҺИТТАРЫ! тиелә хәҙистә. ‼ МОСОЛМАНДАРҒА ЯРҘАМ ҠУЛЫ ҺУҘЫУ. Дин ҡәрҙәштәренә ярҙам итеп йәшәгән мосолмандың үҙенә Аллаһ Тәғәлә ярҙам итеп торор, ти.
🕌ТЕЛӘК ТЕЛӘҮ ДОҒАҺЫ Әғуҙү билләһи- минәш-шәйтанир-раҗим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим Әлхәмдүлилләәһи раббил-ғәәләмиин Вәс-саләәтү вәс-сәләәмү ғәләә расүүлинә Мүхәммәдин вә ғәләә әәлиһи вә әсхабиһи әҗемәғыйн. -Йә, Раббым! Ауырыуға - шифа бир, мохтаҗға - хәйерле ризыҡ бир, аҙашҡанға - туры юл күрһәт, әҗәтлегә - ярҙам ит, бәләгә төшкәнгә - сығыу юлын күрһәт! -Йә, Раббым! Бала-оноҡтарга, киләсәк быуындарға тәүфиҡ, һиҙиәт бир. Ғилем һәм итәғәттә үҫеп, уларға беҙҙән хәйерлерәк быуын булырға яҙһын! -Йә, Раббым! Ғаилә ҡормағандарға - хәйерле хәләл ефеттәр, балаһы булмағандарға - изге балалар бир. 🤲Аллааһүммә раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм мүбәәракә вә әңтә хайруль мүңзилиинә. -Әй, рәхимле, шәфҡәтле Раббым! Ерҙәр ҙә, күктәр дә Һинең әмереңә бойһона. Бөтә һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр Һинең ҡулыңда. Теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерҙәргә Һин бәрәкәттәр иңдерәһең. Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе ала ла алаһың. -Әй, Раббым! Торған нигеҙҙәребеҙгә бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡсы фәрештәләреңде иңдер! Унда йәшәүселәрҙең тәндәренә — сихәт, йәндәренә — тыныслыҡ насип ит! 🤲 Әй, Хафиз булған Аллааһ! Нигеҙҙәребеҙҙе һәм ғаиләләрбезҙҙе күҙҙәребеҙ күрә алған һәм күрә алмаған бөтә насарлыҡтарҙан һаҡла! Ошо нигеҙҙә һөйөнөп, шатланып, киң ризыҡтар менән ризыҡланып, оҙон ғүмерҙә йәшәүҙәрҙе насип ит! 🤲Раббәнәә әәтинә фиддүн-йәә хәсәнәтә вә фил әәхыйрати хәсәнәтә вә ыйнәә ғәзәәбәннәәр. Әәмиин! Йә Раббил Ғәләмиин!
«Бергә үткән ғүмер үҙе ҙур бәхет», – ти Моталовтар Йәнтеш ауылынан 50 йыл бергә ғүмер һуҡмағынан атлаған Зәйнетдин һәм Фирүзә Моталовтар – өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Етмеш йәштәрен артмаҡлауҙарына ҡарамаҫтан, шат күңелле, көләс йөҙлө пар әле лә бер-береһенең күҙҙәренә генә ҡарап тора. Моталовтарҙың ғаиләһе 1976 йылдың 5 апрелендә барлыҡҡа килгән. “Тормош иптәшем йәш саҡтан оҫта гармунсы булды. Мине лә гармун уйнап үҙенә ҡаратып алды. Уның менән тормошомдо бәйләгәнгә бер ҙә үкенмәйем. Ирем яҡшы ғаилә башлығы, балаларына хәстәрлекле атай”, – тип йылмая Фирүзә Ҡыям ҡыҙы. Зәйнетдин Нурый улы Йәнтеш ауылында 1957 йылдың йәмле июнь айында донъяға килгән. Ауыл мәктәбендә 8-се класты тамамлағандан һуң, Аҡъярҙа училищела тракторист һөнәрен үҙләштерә. –Беҙҙең быуын бәләкәйҙән эшләп үҫте. Йәйге каникулда “Ҡыҙыл байраҡ” колхозында эшләнем. Тырматыуҙа ҡатнаштым, кәбән ҡойҙоҡ. Училищела алты ай тракторсылар курсында уҡығас, фермала эшләнем. Артабан армияға алынып, Әстерханда төҙөлөш батальонында ике йыл хеҙмәт иттем, – тип тормош юлы хаҡында бәйән итте Зәйнетдин Моталов. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар колхозда малсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Әле лә тик ултырмай йәй көндәре ауылдаштарының һорауы буйынса ауыл малдарын көтә. Фирүзә Ҡыям ҡыҙы 1957 йылдың сентябрь айында Ырымбур өлкәһе Шубин ҡасабаһында донъяға килгән. –Ырымбур өлкәһендә тыуһам да, өс йәшемдә әсәйемдең тыуған яғы Йәнтеш ауылына күскәнбеҙ. Ғаиләлә өс бала үҫтек. Әсәйебеҙ беҙҙе яңғыҙы тәрбиәләне. Ауыл мәктәбендә 10-сы класты тамамланым, – тип әңгәмәне дауам итте Фирүзә Моталова. Мәҡәләм геройы хеҙмәт юлында мәктәптә, балалар баҡсаһында хужалыҡ мөдире, оҙаҡ йылдар һатыусы ла була, һуңынан шифаханала эшләп хаҡлы ялға сыға. Күп йыллыҡ хеҙмәте Маҡтау грамоталары менән баһалана. Өлгөлө пар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Әле улдары Сәғит “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһында эшләй. Өлкән ҡыҙҙары Филүзә Аҡъяр ауылы “Бәпембә” балалар баҡсаһында тәрбиәсе. И ке у л т әрбиәләп үҫтергән. Тормош иптәше Ирек менән матур донъя көтәләр. Бәләкәй ҡыҙҙары Лифүзә ғаиләһе менән Аҡъярҙа йәшәй. Тормош иптәше Самат менән бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Автор: Разиля Байгускарова
Доғалар: 🤲Эй, Раббым Аллаһ! Беҙгә байлыҡ бирһәң, шуның менән бергә һөйөнөсөн дә бир. Сөнки байлыҡ булып, һөйөнөс булмаһа, уның ҡәҙере юҡ. Беҙгә хәйерле бәрәкәт ишектәрен ас! 🤲Көс бирһәң, аҡыл һәм хикмәт тә бир. Сөнки көс булып, аҡыл-хикмәт булмаһа, ул хәсрәттән башҡа бер нәмә бирмәҫ! 🤲Дәрәжә бирһәң, түбәнселек тә бир. Сөнки түбәнселекһеҙ дәрәжә үкенескә алып килә. 🤲Матурлыҡ бирһәң, оят та бир. Сөнки оятһыҙ матурлыҡ хурлыҡҡа алып килә. 🤲Һынау һәм ауырлыҡ бирһәң, сабырлыҡ та бир. Сөнки сабырлыҡһыҙ һынауҙарҙы үтеп булмай. 🤲Иман бирһәң, ныҡлыҡ та бир. Сөнки ныҡ булмаған иман донъяла һәм ахирәттә ҡотҡармай. 🤲Йә, Раббым! Тәүфиғымды киңерәк ас, күңелемә рәхмәт орлоғоңдо сәс. Күңел көҙгөһөн сафландырып тор. Бөтә мөшкөл эшемде тиҙ хәл ҡылып тор. 🤲Яғымлы ҡыл телемде. Мине ишеткән һәр ҡолаҡ шатлыҡта булһын. Һүҙҙәремдең мәғәнәһен юғары ҡыл: ауырлыҡтан ҡотолдорһон ошо тел. 🤲Миңә йомарт бул, әй Аллаһ! Уят мине ғафиллек йоҡоһонан. Бәхетле ит йәшәүемде үземдең. 🤲Арттыр хәйерле ғилемде, еңеләйт ғилем алыуымды. Һин биргән ниғмәттәргә ғилемем сәбәпле шөкөр итә белһәм ине. 🤲Уҡыуым һәм ғилем алыуым сәбәбенән тышым һәм эсем нурланһын. Бер ни ҡәҙәр булһа ла наҙанлығым кәмеһен. Белгәндәремде башҡаларға өйрәтеп, Ислам шәриғәтенә хеҙмәт итеү насип булһын. 🤲Аллаһы Тәғәлә риза булған иғтиҡад һәм ғәмәлдәр менән донъянан үтеп, Расүл Әкрам шәфәғәтенә лайыҡ булһам ине! Амиин. 🤲 Йә, Раббил ғәләмиин! 🤲 ✅Аллаһ ризалығы өсөн был доғаны таратығыҙ. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ (сал-Аллааhү ғәләйhи үәсәлләм) әйткән: "Кем яҡшы ғәмәл эшләргә өйрәтеп ҡалдыра, уға шул эш өсөн был ғәмәлде ҡылыусыға килгән әжер-сауап килеп торор". Мөслим, 3509.
Башҡортостанда Ураҙа байрамына бәйле эш һәм ял графиктары асыҡланды. Республикала ҡыҫҡартылған эш аҙнаһы башланды. 🔸 Ураҙа ғәйете менән бәйле йома, 20 март, рәсми рәүештә эшләмәгән ял көнө тип иғлан ителде. Төбәк дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова был осорҙа хеҙмәт хоҡуғының төп положениеларын иҫкә төшөрҙө: 🔸 Кесаҙна, 19 мартта, эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. 🔸Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһына ярашлы, 20 март байрамы йыллыҡ отпускының календарь көндәре иҫәбенә инмәй — ял ваҡыты автоматик рәүештә бер көнгә оҙайтыла. 🔸 Байрам көнөндә эшләгән өсөн ғәҙәти ставканан кәмендә ике тапҡырға күберәк түләнергә тейеш. Хеҙмәткәрҙең һорауы буйынса аҡсалата компенсацияны РФ Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһына ярашлы икенсе ял көнө (ял ваҡытын тамамлау) менән алмаштырырға мөмкин.
ТЕЛӘКТӘРҘЕ ТОРМОШҠА АШЫРА ТОРҒАН КӨСЛӨ СҮРӘЛӘР Үҙегеҙгә күсереп алығыҙ! ӘЛ - ФАТИХА Бисмилләәһир-рахмаанир-рәхиим 1. Әл-хәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмиин 2. Әр-рахмәәнии-ррахиим 3. Мәәлики йәүми-ддиин 4. Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә настәғиин 5. Иһдинә-ссыирааталь-мүстакиим 6. Сыираата-лләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайриль-мағдууби ғәләйһим үә ләә-даальлиин. Әмин. АЯТ - ӘЛ КУРСИ Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим 1. Аллааһү ләә иләәһә иллә һүүәл-хәййүл-ҡаййүм. 2. Ләә тәʼхуҙүһү синәтү үә ләә нәүм. Ләһү мәә фи-ссәмәүәәти үә мәә фил-ард. 3. Мәң ҙәлләҙи йәшфәғү (ғ)индәһү илләә би'иҙниһ. 4. Йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм. 5. Үә ләә йүхиитүүнә би шәйʼим-мин (ғ)илмиһи иллә бимәә шәә. 6. Үә сиғә күрсиййүһү-ссәмәәүәәти үәл-ард. 7. Үә ләә йә'үүдүһү хифҙуһүмәә үә һүүәл-(ғ)әлиййүл(ғ)аҙыиим. ӘЛ - ИХЛАС Биссмилләәһир-рахмәәнир-рахиим 1. Ҡуль һүүә-ллаһу әхәд 2. Аллаһу-ссамәд' 3. Ләм йәлид үә ләм йүүләд 4. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүүән әхәд. ӘЛ - ФӘЛӘҠ Бисмилләһир-рәхманир-рәхим! 1. Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ. 2. Миң шәрри мәә халәҡ 3. Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб 4. Үә миң шәррин-нәффәәҫәәти фил-ғүкәд 5. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд. ӘН - НӘС Бисмилләһир-рәхманир-рәхим!(и) 1. Ҡул әғүҙү бирабби-ннәәс(и) 2. Мәлики-ннәәс(и) 3. ِИләәhи-ннәәс(и) 4. ِмиң шәррил-үәсүәәсил-ханнәәс(и) 5. Әлләҙии йүүәсүисү фии сүдүүри-ннәәс(и) 6. Минәл джиннәти үә-ннәәас
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2026-03-15/r-nyesh-4614866
Вы знаете, что 2026-й в Башкортостане мы объявили Годом большой и дружной семьи. В республике 59 тысяч таких семей – по их количеству мы первые в Приволжском федеральном округе и седьмые в России. Это действительно отличает нас от многих других регионов, многодетность – норма жизни. Для поддержки таких семей в стране и республике есть много льгот. Агентство «Башинформ» совместно с Министерством семьи, труда и соцзащиты региона собрало их в одном месте, чтобы мамам и папам было удобнее ориентироваться. Сохраняйте и пользуйтесь: https://www.bashinform.ru/longreads/longreads/2026-03-10/chto-v-bashkirii-polozheno-semyam-s-detmi-v-2026-godu-4607285
✍ Фитыр зәкәтенә бәйле ҡайһы бер һорауҙар (1) 1) Һорау: Фитыр зәкәтен коляскала ултырған инвалид кешегә бирергә яраймы, доғаһын уҡый белмәһә лә? Яуап: Әгәр мосолман икән һәм мохтаждар иҫәбенә керә икән – зәкәтте (шул иҫәптән фитыр зәкәтен дә) уға бирергә ярай. Фитыр зәкәтен ниндәйҙер доға уҡып ҡабул итеү шарт түгел. "Рәхмәт", тип әйтһәләр, шул етә. Хатта бер нәмә лә әйтмәһәләр ҙә, һеҙ зәкәтте Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн бирәһегеҙ бит. Аллаһ иһә бөтә нәмәне лә күрә һәм иҫәпләй. "Фәлән кешегә фитыр зәкәтен бирмәйем, сөнки ул фитыр доғаһын белмәй", – тип уйлау – ҙур хата. 2) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ. Мин зәкәтте мәсет төҙөргә бирә аламмы? Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Зәкәт кешеләргә бирелә. Зәкәт аҡсаһын алырға хаҡлы кешеләр һигеҙ төр: 1) ярлылар, 2) фәҡирҙәр, 3) зәкәтте йыйыу һәм таратыу менән булышыусылар, 4) яңыраҡ дингә баҫыусылар һәм күңелдәре дингә тартылыусылар, 5) ҡолдар, 6) бурысҡа батыусылар, 7) Аллаһ юлында йөрөүселәр (Ислам диненең өҫкә сығыуы өсөн көрәшеүселәр), 8) юлда аҡсаһыҙ тороп ҡалған мосафирҙар. Ә мәсет төҙөү, китаптар һатып алыу, йыһаздар менән тәьмин итеү кеүек эштәргә айырым саҙаҡа йыйылырға тейеш, зәкәт аҡсаһын иһә мохтаждарға бирегеҙ. 3) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ. Зәкәтте бер туған ағайға бирергә мөмкинме? Әгәр ул оло йәштә, дин юлында булһа, даими эш урыны булмаһа. Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Бер туған ағайға зәкәт аҡсаһын бирергә ярай. Сөнки ул һеҙҙең ғаилә әһеле (уны көндәлек ҡарап, ашатып торорға тейешле ғаилә ағзаһы) түгел. Әммә ул зәкәт аҡсаһын алырға хоҡуҡлы синыфтан булырға тейеш. Мәҫәлән, йә ярлы, йә бурысҡа батҡан һәм башҡаһы. Фитыр зәкәтен мохтаж туғаныңа биргән саҡта икеләтә сауап яҙыла: 1) фитыр биреү сауабы һәм 2) туғанлыҡты нығытыу сауабы. 4) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм, зәкәтте онлайн күсерергә буламы ул? Мин Башҡортостандан ситтә йәшәйем, һәм был ҡалала мохтаж мосолман таныштарым юҡ. Тыуған яғымда йәшәүсе фәҡир кешегә күсерергә буламы? Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһ. Зәкәтте онлайн күсерергә була. Башҡортостандан ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙҙең зәкәтте Башҡортостандағы мохтаждар файҙаһына күсереүен хуплайбыҙ. 5) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм, фитыр саҙаҡаһын бирергә кеше юҡ. Ауылдағы мохтаждарҙы мосолман тип әйтеп булмай, эсәләр. Эскән кешенең балаларына бирергә буламы? Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһ! Әгәр һеҙҙең ауылда мохтаждар булмаһа, фитыр саҙаҡаһын күрше ауылдарҙың береһенә йә яҡындағы ҡалаға илтеп бирергә мөмкин. Ҡала мәсеттәрендә, ғәҙәттә, фитыр аҡсаһын йыйыу һәм мохтаждарға таратыу йәһәтенән эште яҡшы ойошторалар (алдан һорашығыҙ). Мәҫәлән, мин шәхсән белгәндән, Баймаҡ ҡалаһы мәсетендә, Өфөлә ҡәрҙәштәр был йәһәттән әүҙем була торғайны. Моғайын, бүтән ҡалаларҙа ла ундай ҡәрҙәштәр барҙыр. Шулай уҡ, фитыр саҙаҡаһын "Изге эш" ("Благое дело") хәйриә фондына күсерергә була, улар шул аҡсаларҙы аҙаҡ мохтаждарға аҙыҡ-түлек итеп таратып бирәсәк. Араҡы эскән һәр кешене кафыр тип әйтеп булмай. Әммә, фитыр саҙаҡаһын һатып эсер йә нимә, тип ҡурҡһағыҙ, ипләп кенә балаларына бирергә мөмкин, ин шәә Аллаһ (әгәр балалары аҡса-фәлән менән ҡуллана белерлек йәшкә еткән булһалар). Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә. #һорауяуап #фитыр #зәкәт © "Башҡорттарға – дин!"
📌 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында республиканан юғалған яугирҙарҙы эҙләү менән шөғөлләнәсәк махсус структура булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Төркөмдө Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина һәм вице-премьер Руслан Хәбибов етәкләйәсәк.
Ҡотлайбыҙ! Хәйбулла Аҡъяр ауылынан Ишмырҙа Баймырҙин «Рәсәйҙең атҡаҙанған ветеринар табибы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.
Вы знаете, что 2026-й в Башкортостане мы объявили Годом большой и дружной семьи. В республике 59 тысяч таких семей – по их количеству мы первые в Приволжском федеральном округе и седьмые в России. Это действительно отличает нас от многих других регионов, многодетность – норма жизни. Для поддержки таких семей в стране и республике есть много льгот. Агентство «Башинформ» совместно с Министерством семьи, труда и соцзащиты региона собрало их в одном месте, чтобы мамам и папам было удобнее ориентироваться. Сохраняйте и пользуйтесь: https://www.bashinform.ru/longreads/longreads/2026-03-10/chto-v-bashkirii-polozheno-semyam-s-detmi-v-2026-godu-4607285
без подписи
без подписи
без подписи