tgindex

БСТ | Яңылыҡтар

описание

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

2 003
подписчиков

Лучшие посты

за три месяца
  • 21 июн.248 просмотров1 реакций

    4 июлдә Мәскәүҙә һабантуй үтәсәк Ул “Коломенское” музей-ҡурсаулығында ойошторола. Байрам майҙанына “Башҡорт ихатаһы” ҡуйыла. Ул “Урал батыр” эпосына нигеҙләнә. Халыҡты дастан геройҙары ҡаршылай. Балалар өсөн уйын, конкурс, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Башҡорт телендә йәнһүрәт күрһәтелә. Ошонда уҡ “Аҡбуҙат” балалар журналына яҙылырға тәҡдим ителә. Шағирә, журналист Лариса Абдуллина менән осрашыу көтөлә. Китап йәрминкәһе була. Һабантуй һәм “Башҡорт ихатаһы” сәхнәһендә республика артистары сығыш яһай.

  • 20 июн.220 просмотров

    Виктор Козлов “Йыл матчы”ның тренер штабына индерелде Илдең иң оҫта 49 уйынсыһы Санкт-Петербургка хоккей миҙгелен тамамлау сараһына саҡырылды. Улар араһында “Салауат Юлаев” командаһы спортсылары Вадим Шипачев һәм Александр Жаровский бар. Матчта беҙҙең команданың баш тренеры Виктор Козлов та ҡатнаша. Командаларҙың капитаны булараҡ донъя хоккейы йондоҙҙары Артемий Панарин һәм Михаил Сергачев һайланған. “Йыл матчы” Милли һәм Континенталь хоккей лигаларының алдынғы уйынсыларын берләштерә. Иң яҡшы хоккейсылар ярышы 25 июлдә үтә.

  • 18 июн.217 просмотров3 реакций3 пересылок

    «МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ», Ә ҺИН? 26 июндә 18:00–23:00 Өфө ҡалаһындағы Арт-КВАДРАТ майҙанында «Мин башҡортса һөйләшәм» башҡорт теле фестивале үтәсәк. Был телде, музыканы, ижадты һәм заманса башҡорт мәҙәниәтен берләштергән ҙур open-air сара. Фестиваль башҡорт телен заманса музыка, йәнле аралашыу һәм мастер-кластар аша популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Фестиваль 2019 йылда башланып, 2026 йылда өсөнсө тапҡыр ойошторола. 2024 йылдағы сарала 8000-дән ашыу кеше ҡатнашып, ул киң танылыу алды. 2026 йылда ҡунаҡтарҙы башҡорт телендә ижад иткән заманса башҡарыусылар һәм мастер-кластар көтә. Фестиваль йәштәр өсөн туған телдең заманса, матур һәм абруйлы булыуын күрһәтәсәк. Инеү ирекле! 📍 Арт-КВАДРАТ, Өфө 📅 26 июнь 🕕 18:00–23:00 Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә.

  • 15 июл.191 просмотров

    Өфөлә балалар һыуға бата яҙған Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14-17 йәшлек 4 үҫмер Йылы күлендә ҡуртымға кәмә алған. Көслө ямғыр башланғас улар ярға сығырға ашыҡмаған, киреһенсә кәмәне һелкетеп уйнағандар. Ул түңкәрелгән, балалар ярҙан йөҙ метр алыҫлыҡта һыуҙа ҡалған. Уларҙы дежурҙа булған ҡотҡарыусылар күреп ҡалған, ярҙамға килеп өлгөргән.

  • 15 июл.160 просмотров

    Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы яғыулыҡ буйынса ҡыҙыу линия булдырҙы Ауыр хәлдә ҡалған предприятиеларға, хужалыҡтарға ярҙам күрһәтелә. Ҡыҙыу линия һандары ведомство сайтында бар, 8-800-234-93-80 номерына тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин. Мөрәжәғәттә төбәк, яғыулыҡ төрө, уның хаҡына, йә етешмәүенә бәйле проблема аныҡланырға тейеш.

  • 22 июл.150 просмотров1 реакций1 пересылок

    ⚡️ Башҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыралар Фестиваль «Za единство – Za берҙәмлек» 4-6 августа Йылайыр районының «Дуҫлыҡ» лагерында уҙа. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров хәбәр итеүенсә, фестиваль бер нисә тематик йүнәлеште берләштерәсәк: Фестивалдә йәштәр үҙҙәренең социаль проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. «Росмолодёжь.Гранты» майҙансығында теркәлеү 1 августҡа тиклем ошо һылтанма буйынса бара: clck.ru/3UYb28. Фестивалгә теркәлеү clck.ru/3UYRH3 һылтанмаһы буйынса 28 июлгә тиклем дауам итә. Фестивалде асыҡ һауала үткәреү ҡаралған, ҡатнашыусыларға үҙҙәре менән палаткалар алырға кәрәк.

  • 28 июл.98 просмотров

    Ҡаршылыҡтар менән йүгереү һәм спорт ориентирлашыуы буйынса ярыш, билдәле кешеләр менән аралашыу, күсмә уйындар, иң яҡшы артистар менән асыҡ һауала дискотека – былар барыһы ла «Za единство – Za берҙәмлек» фестивалендә мотлаҡ булсаҡ, тип раҫлай Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров. 35 йәшкә тиклемгеләр өсөн бында теркәлеү үтергә: https://clck.ru/3UYRH3 Үҙ проектыңа 1 миллион һум бында алырға мөмкин: https://clck.ru/3UYb28