Рәми.баш
описание
Был канал һәр кемгә файҙалы булыр, тип уйлайым. Сөнки бында Башҡортостандың тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте буйынса күп мәғлүмәт буласаҡ. Кемдәр минең менән туған телебеҙҙе өйрәнә, шулар имтихандарға еңел әҙерләнә алыр. Шулай итеп, тырышайыҡ!!
147
подписчиков
Охват к подписчикам
430,6%
ERR
Реакции к просмотрам
1,72%
231 на 24 постов
Пересылки к просмотрам
0,21%
28
Постов в день
0,0
всего 24
Где отзываются чаще
доля реакций к просмотрам- 23 дек.әҙәби йүнәлештәр: — Классицизм — Сентиментализм — Романтизм — Реализм #әҙәбиәт4,45%
- 24 июн. 2024 г.Редик Ефремов. Йырсы. Гимназиябыҙҙың 2005 йылғы сығарылыш уҡыусыһы. Мәскәүҙә йәшәй һәм ижад итә. "Асылмаған сәскә" йыры Йәнем усаҡ бөгөн, хистәр ҡосаҡ-ҡосаҡ, Дөрләй йәндә һағыш усағы. Һағыш даръяһына һалып ағыҙҙы ла Мөхәббәттең ҡайнар ҡосағы. Асылмаған сәскә булған һөйөүҙәрем, Көтә бит ул үҙенең ямғырын, Наҙлы ҡояш, йылы булған елен, Үҙ моңдарын һәм дә үҙ йырын. https://yandex.ru/video/touch/preview/8352594066750825850 #гимназист4,35%
- 10 сент. 2025 г.3-4 сентябрь беҙҙең гимназиябыҙҙа тарихсы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәре, Башҡортостан республикаһының мәғариф алдынғыһы Ҡашҡаров Ғилман Абдрахман улы менән осрашыу үтте. Ул Миңлеғәле Шайморатов тураһында мауыҡтырғыс мәғлүмәт еткерҙе. Балалар ҡыҙыҡһынып тыңланы. Шайморатовтың ғүмер юлы тураһында белеп ҡалдылар. Осрашыу файҙылы һәм бик күңелле булды.3,96%
- 18 июн. 2024 г.Тимерхан Кәбиров #гимназист3,35%
- 27 февр. 2025 г.🐚Ҡәҙерле дуҫтар! 🐚Беҙҙең көтөп алған спектакль Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат сәхнәһендә сыға! 3 март 17:00 сәғәттә һеҙҙе йәш артистарыбыҙға ҡарарға саҡырабыҙ! 💖 🐚🐚🐚🐚🐚🐚🐚🐚 🐚Дорогие друзья! 🐚Наш долгожданный спектакль впервые выходит на сцену гимназии-интерната имени Рами Гарипова! Ждем вас посмотреть на наших молодых актеров 3 марта в 17:00 ! 💖2,29%
- 4 апр. 2025 г.«Ә мәҙәниәтте яҡларлыҡ кеше юҡ», — тип зарлана яҙыусы Танағол Ҡанбулатов Арынбаҫаровҡа. Бер үк мәлдә иҡтисадты ла талау, тәләфләү, юҡҡа сығарыу, экологияны төҙәтеп булмаҫлыҡ итеп бысратыу бара. Шундай мөһим мәсьәләләр күтәрелә «Ғүмер бер генә» романында, уларҙың хәл ителеше нисек һуң? Әлбиттә, «Химпром» берекмәһе начальнигы Сергей Иванович Хоменко һуңыраҡ тәүбәгә киләсәк, ләкин йөрәк өйәнәге тотоп, үлеп ҡаласаҡ. Ҡаҙнабаев һәм уның мафиоз әшнәләре лә фаш ителәсәк. Ләкин улар ғына төп проблеманы хәл итә алмай, илдәге кире күренештәрҙе дөйөмләштереп тороусы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Бәҙеғоловтар, йәғни система ҡала. Етмәһә, хаҡлыҡ, ғәҙеллек һыҙаттарын дөйөмләштереүсе хирург Арынбаҫаров та яҙыусы Танағол Ҡанбулатов файҙаһына тигән булып, депутатлыҡтан баш тарта. Танағол Ҡанбулатов аҙаҡ депутат булып үтәме, юҡмы — уныһы ла әлегә билдәһеҙ, шулай итеп, әҫәрҙә күтәрелгән күп кенә һорауҙар яуапһыҙ ҡала. Ләкин был тәңгәлдә әҫәр авторы ла хаҡлы: ысынбарлыҡта ла экология, милләт яҙмышы, социаль ғәҙеллек кеүек йәшәйештең төп проблемалары хәл ителеп бөтөлгән тип әйтеп буламы ни?2,26%
- 10 июн. 2024 г.Гимназиябыҙҙың 2012 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, күп Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе Сабина Кучаева. Туҡтап тормай тормош - алға бара, Әгәр мине һағынһаң, һауаға ҡара. Һинең өсөн йондоҙ булып янырмын, Йыраҡта булһаң да, мәңге һине һағынырмын.. #гимназист Источник: https://ufa-all.ru/music/audio.php?id=3502,22%
- 18 июн. 2024 г.Кәбиров Артур Зиннур улы (10 апрель 1985 йыл) — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. «Минең йондоҙом»: https://youtu.be/wEy-fdMv570 #гимназист2,11%
- 12 дек.Ғәйнан Хәйриҙең "Боролош" романы. Русса аудиокитап. https://share.google/GzrNmmZj43Hvid3NA 🗣2,10%
- 29 янв. 2025 г.Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы 1. –ст, -сть хәрефтәренә бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда, т, ть яҙылмай. Миҫалдар: власть – власҡа, власы, часть – часҡа, журналист – журналисҡа, журналисы һ.б. 2. –зд хәрефтәренә бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылһа, д яҙылмай. Мәҫәлән: поезд – поезға һ.б. 3. –нг, -нк, -иск, -оск, -уск, -амп хәрефтәренә бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда, һүҙ менән ялғау араһына ы өҫтәп яҙыла. Миҫалдар: банк – банкының, фланг – флангының, рейтинг – рейтингының, киоск – киоскының, отпуск – отпускының һ.б. 4. Цифрҙар аҙағында килгән рәт һаны ялғауҙары һыҙыҡса аша яҙыла. Миҫалдар: 9-сы, 7-се, 33-сө һ.б. 5. Бер төрлө ҡуш тартынҡыға бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда, ҡуш тартынҡының береһе яҙылмай. Миҫалдар: класс – кластың, кросс – кростың, кросҡа. Ҡуш тартынҡыға бөткән яңғыҙлыҡ исемдәргә ялғау ҡушылһа, ҡуш тартынҡылар һаҡлана: Кузбасс – Кузбасстан һ.б. 6. –ск хәрефтәренә бөткән яңғыҙлыҡ исемдәренә ялғауҙар ҡушылғанда, аҙаҡтарына и хәрефе өҫтәлеп, ҡалын ялғау яҙыла. Миҫалдар: Минск – Минскиҙан, Орск – Орскиға һ.б. #тел2,04%
- 29 янв. 2025 г.Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы. Һ. Дәүләтшина - халыҡтың революцияға килеү юлын ҡатмарлы һәм ғазаплы психологик процесс итеп тасуирлай. Был процесс әҫәрҙәге геройҙарҙың яҙмышында, характерҙарҙың социаль – психологик үҫеш һәм үҙгәрешендә лә асык сағыла. Романда, дөйөм алғанда, ете тиҫтә самаһы персонаж хәрәкәт итә, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ йөҙө, үҙ һүҙе, тормошта үҙ урыны, ҡабатланмаҫ холок – фиғеле, яҙмыштары бар. “Ырғыҙ” ҙа һүрәтләнгән образдар, башҡорт халҡының һәр төрлө йәштәге вәкилдәрен кәүҙәләндереп, халыҡ характерҙарының тотош бер галереяһын барлыҡҡа килтерә, яҙыусы шуның менән оҙон бер тарихи дәүерҙә халыҡ яҙмышы хаҡындағы эпик полотно, дөйөмләштерелгән милли характерҙар романы тыуҙырыуға өлгәшә. Әҫәрҙең идея-эстетик, социаль – психологик йөкмәткеһен, милли-рухи асылын билдәләүҙә Айбулат менән Гөлйөҙөм, Ҡотлояр һәм Мәғфүрә, Тимерғәле, Үмәр ҡарттар, Шәһиҙә әбей, Зөфәр Мурзин, Әхмәҙи, Исхаҡ, кесе йәштәгеләрҙән Диләфрүз, Тимербулат ғәйәт мөһим роль уйнай. Улар нигеҙҙә, хеҙмәтсән халыҡ вәкилдәре һәм, дөйөм алғанда, халыҡ мәнфәғәте яғында тороусылар. Әммә тарихи хәрәкәт бер яҡлы ғына түгел, ул ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы процесс. Ниязғол, Рәхимә, Миңлекәй, Имай образдары ла шул уҡ башҡорт йәмғиәтенең заманға хас синфи көрәш, революция, граждандар һуғышы ваҡиғаларының ҡотолғоһоҙ ҡапма – ҡаршылыҡтары уртаһында тороп ҡалған тулы хоҡуҡлы вәкилдәр #әҙәбиәт #яҙыусылар1,82%
- 24 нояб. 2024 г.ХӘЛ ҺӨЙЛӘМДӘР ВАҠЫТ ҺӨЙЛӘМ Ваҡыт һөйләм баш һөйләмдәге эш-хәлдең ваҡытын белдерә. Ул ҡасан?, ҡасандан бирле?, ҡасанға тиклем? һорауҙарына яуап була. Ваҡыт һөйләм баш һөйләмгә хәл ҡылым ялғауҙары һәм бәйләүестәр ярҙамында эйәрә. Ул баш һөйләмгә килеш ялғауҙары менән бәйләнгәндә, ике һөйләм араһында өтөр ҡуйыла. УРЫН ҺӨЙЛӘМ 1) Урын һөйләм баш һөйләмдәге эш йәки хәлдең урынын белдерә. Ул ҡайҙа? ҡайҙан? ҡайҙа тиклем? ҡайҙан алып? һорауҙарына яуап була. 2) Урын һөйләмдәр баш һөйләмгә мөнәсәбәт һүҙҙәр, хәл ҡылым ялғауҙары, ергә, урында, ятта кеүек һүҙҙәр ярҙамында эйәреп килә. 3) Урын һөйләм баш һөйләмгә ерҙә, урында, ятта кеүек һүҙҙәр менән бәйләнеп килгәндә, баш һөйләм менән эйәрсән һөйләм араһында тыныш билдәһе ҡуйылмай, бүтән осраҡта өтөр ҡуйыла. Иҫкәрмә. Ерҙә, урында, ятта кеүек һүҙҙәр ярҙамында эйәреп килгән урын һөйләмдәр аныҡлаусы һөйләмдәргә оҡшай. Тик мәғәнәһе буйынса ла, баш һөйләмдән бирелгән һорау ҙа уның урын һөйләм икәнен күрһәтеп тора. РӘҮЕШ ҺӨЙЛӘМ 1) Рәүеш һөйләм баш һөйләмдәге эш йәки хәлдең рәүешен белдерә. Ул нисек? ни рәүешле? һорауҙарына яуап була. Ул баш һөйләмдәге эштең рәүешен белдерә. 2) Рәүеш һөйләм баш һөйләмгә рәүеш яһаусы -са, -сә ялғауҙары, хәл ҡылым ялғауҙары, мөнәсәбәт һүҙҙәр, хәлдә, килеш, көйөнсә, шикелле, төҫлө, кеүек, һымат оҡшатыу бәйләүестәре ярҙамында эйәреп килә. КҮЛӘМ-ДӘРӘЖӘ ҺӨЙЛӘМ Күләм-дәрәжә һөйләм баш һөйләмдәге эш-хәрәкәттең йәки билдәнең күләмен белдерә. Ул күпме? ни тиклем? ни дәрәжәлә? һорауҙарына яуап була. Күләм-дәрәжә һөйләм баш һөйләмдә мөнәсәбәт һүҙ менән белдергән күләм-дәрәжә хәлен йә баш һөйләмде тотош асыҡлап килә. СӘБӘП ҺӨЙЛӘМ Сәбәп һөйләм баш һөйләмдәге эш йәки хәлдең сәбәбен белдерә. Ул ни өсөн? нилектән? ни сәбәпле? һорауҙарына яуап була. Сәбәп һөйләм баш һөйләмгә хәл ҡылым ялғауҙары, төбәү, сығанаҡ килеш ялғауҙары, бәйләүестәр, сөнки теркәүесе һәм интонация ярҙамында бәйләнә. МАҠСАТ ҺӨЙЛӘМ Маҡсат һөйләм баш һөйләмдәге эш йәки хәлдең маҡсатын белдерә. Маҡсат һөйләмдәр ни өсөн? ниндәй маҡсат менән? тигән һорауҙарға яуап була. Маҡсат һөйләм баш һөйләмгә өсөн бәйләүесе һәм тип һүҙе ярҙамында бәйләнеп килә. Маҡсат һөйләмдә эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһында өтөр ҡуйыла. ШАРТ ҺӨЙЛӘМ 1) Шарт һөйләм баш һөйләмдәге эш-хәлдең үтәлеү йәки үтәлмәүенә шарт булған эш йәки хәлде белдерә. Ул ни эшләһә? ни эшләмәһә? ни булһа? ни булмаһа? ниндәй шарттарҙа? тигән һорауҙарға яуап була. 2) Шарт һөйләм баш һөйләмгә һорау киҫәксәһе менән бәйләнеп килһә, шарт һөйләм менән баш һөйләм араһында һыҙыҡ ҡуйыла. Башҡа осраҡта шарт һөйләм менән баш һөйләм араһында өтөр ҡуйыла. КИРЕ ҺӨЙЛӘМ 1) Кире һөйләм үтәләсәк эш йәки хәлдең баш һөйләмдә киреһе буласағын белдерә. Ул ни булһа ла? нимәгә ҡарамаҫтан? һорауҙарына яуап була. 2) Кире һөйләм баш һөйләмгә мөнәсәбәт һүҙҙәр менән бойороҡ ҡылым ялғауы, шарт ҡылым менән да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә киҫәксәләре һәм ҡарамаҫтан һүҙе ярҙамында эйәреп килергә мөмкин. Иҫкәрмә. Кирәкләп кире һөйләмдәр баш һөйләмгә шарт һәм бойороҡ ҡылымдың ҡушарлап килеү юлы менән дә эйәрергә мөмкин. Үҙ хәтеркәйҙәрем -ҡалһа -ҡалһын — дуҫ-иштәрҙең хәтере -ҡалмаһын. Кире һөйләм баш һөйләмгә мөнәсәбәт һүҙҙәр менән бәйләнеп килгәндә, кире һөйләм баш һөйләмдән алда торһа, ике һөйләм араһында өтөр һәм һыҙыҡ ҡуйыла. #тел1,79%